Көнгәк
+16 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
17 Мая 2021, 07:30

"Яңы моң" халыҡ-ара вокал конкурсы еңеүсеһе - Искәндәр Сөләймәнов

Кисә Башҡортостан Юлдаш Телевидениеһының тура эфирында "Яңы моң" халыҡ-ара проектының финалы уҙҙы. Аҙаҡҡы этапҡа үткән биш ҡатнашыусы араһынан телевизор ҡараусылар SMS-тауыш биреү ярҙамында Өфө егете Искәндәр Сөләймәновты еңеүсе итеп һайланы. Еңеүсегә бер миллион һум тапшырылды.

"Яңы моң" проекты Республика Башлығы гранты ярҙамына Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы Радик Юлъяҡшин башланғысы менән ойошторолдо. Бәйгегә 7 илдән биш меңгә яҡын ғариза ҡабул ителде. Йыр конкурсының төп этабына Башҡортостан, Татарстан, Ырымбур өлкәһе, Мәскәү, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Әрмәнстандан башҡарыусылар үтте. Уларҙың барыһы ла конкурстың бер-нисә этабында башҡорт йырҙарын башҡарҙы.
Читайте нас