Көнгәк
+16 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
18 Мая 2021, 05:48

Телерадиокомпания хосусилаштырыламы?

«Башҡортостан» телерадиокомпаниһын өс телеканал һәм өс радиостанция менән хосусилаштырыуға әҙерләйҙәр. Был 2020 йылға билдәләнгәйне. Пандемияла эшләү ҡатмарлы булғанлыҡтан, тормошҡа ашырылмай ҡалған. Фото: Башинформ.

«Башҡортостан» телерадиокомпаниһын өс телеканал һәм өс радиостанция менән хосусилаштырыуға әҙерләйҙәр. Был 2020 йылға билдәләнгәйне. Шулай уҡ былтыр «Алексеевка», «Рощинский» совхоздары, «Башсельхозтехника» кеүек ҙур һәм әһәмиәтле дәүләт предприятиелары буйынса ла процедуралар планлаштырылғайны, тип белдерҙе Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы башлығы Наталья Полянская Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Бюджет һәм һалым сәйәсәте комитеты ултырышында.
Пандемияла эшләү ҡатмарлы булғанлыҡтан, әлеге пландарҙы тулыһынса тормошҡа ашырып булманы, тип билдәләне министр. «Башҡортостан» телерадиокомпанияһына килгәндә, әле күсемһеҙ милегенә документтар тәртипкә килтерелә, тине министр. Наталья Полянская әйтеүенсә, был предприятиелар дәүләт милкендә һаҡланып ҡала.
Башинформ.
Читайте нас