Күренекле яҙыусы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, шулай уҡ Ғәлимов Сәләм, Фәтих Кәрим исемендәге премиялар лауреаты Динис Бүләковтың тыуыуына бөгөн - 77 йыл.
Йыл һайын билдәле яҡташыбыҙҙың тыуған төйәгендә тыуған көнөнә арналған ҙур сара үтә. Быйыл ул яҙыусының беренсе китабы баҫылып сығыуға – 50, мәҙәниәт йортонда асылған уның исемендәге әҙәби музейға 25 йыл тулыуға арналды.
Хәтер кисәһен Арыҫлан ауылы биләмәһе мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ағинәйҙәрҙең, Динис Бүләков исемендәге Смаҡ урта мәктәбе уҡыусыларының, “Нөгөш ынйылары” өлгөлө балалар коллективының сығыштары биҙәне.
Был көндә шулай уҡ Смаҡ ауылында республика музей хеҙмәткәрҙәре конференцияһы үтте. Унда тәжрибә уртаҡлаштылар, эш барышында барлыҡҡа килгән мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын барланылар, әҙәби музейҙарҙы үҫтереү перспективалары ҡаралды.