Көнгәк
+31 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
20 Мая 2021, 04:00

Еңеүселәр үҙ наградаһын алды

Республика урыҫ драма театрында Юрий Гагарин исемендәге кубокка мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының республика этабы еңеүселәре һәм призлы урын алыусылары бүләкләнде. Мәғариф идаралығы методисы Сажиҙә Шәмсетдинова билдәләүенсә, был сара быйыл унынсы тапҡыр үткәрелде.

Уның юбилей йылында балаларға дипломдар, иҫтәлекле миҙалдарҙан тыш, электр роликтар һәм самокаттар кеүек ҡиммәтле бүләктәр ҙә тапшырылды. Беҙҙең ҡаланан физкультура буйынса Амелия Ғәлиева (3-сө гимназия, уҡытыусыһы Е.В. Панченко), информатиканан Роман Спирин (3-сө гимназия, Н.В. Денисов) еңеүсе исеменә лайыҡ булды. Музыканан Анна Киселева (8-се мәктәп, С.В. Самойлова), немец теленән Варвара Ревина (1-се мәктәп, О.А. Мамонова), йәмғиәт фәненән Элина Таһирова (4-се мәктәп, В.А. Сарычева), урыҫ теленән Юлия Шевченко (1-се гимназия, Н.Н. Щербакова), астрономиянан Анастасия Козлова (1-се гимназия, В.П. Алексеев) призлы урын яуланы. Афарин!
Фото Башинформ агентлығынан.
Читайте нас