Өфөнөң «Торатау» конгресс-холы майҙансығында «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» хәйриә проекты саралары үтте. Өфө ике көнгә Рәсәйҙең ҡатын-ҡыҙҙар баш ҡалаһына әүерелде. Проект авторы, Башҡортостан башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова, республиканың баш ҡалаһына килгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы сәләмләп, Өфөлә «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе»нең тәүге тапҡыр ил күләмендә ойошторолоуын билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, проектта бының менән ысын күңелдән шөғөлләнгән һәм бөтәһенә бәхет килтерергә теләгән кешеләр эшләй.
«Беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, йылылыҡ, йылмайыу бүләк итергә тейешбеҙ, ә беҙҙең ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһенән ирҙәребеҙ, балаларыбыҙ һәм туғандарыбыҙ ыңғай энергия алырға тейеш. Башҡортостанда төрлө ҡыҙыҡһыныуҙарҙы берләштергән бик күп ҡатын-ҡыҙ ойошмалары бар. Ләкин тупланыу, ҡаҙаныштар хаҡында һөйләү һәм тәжрибә уртаҡлашыу өсөн майҙансыҡ юҡ ине. «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» быны эшләй алды. Беҙ үҙеңде, һәләтеңде күрһәтеү, үҙеңдең һәм ғаиләңдең тормошон үҙгәртеү өсөн ниндәйҙер яңылыҡ табырға мөмкинлек бирәбеҙ», — тип билдәләне Каринэ Хәбирова.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров проекттың республиканың байтаҡ ҡалаларында һәм райондарында булыуын, уның географияһы киңәйә барыуын әйтте.
«Залда шул тиклем гүзәл һәм һылыу ҡатын-ҡыҙҙарҙың ултырғанын иҫләмәйем. Былтыр ошо залда шундай составта йыйыла алырбыҙ тип күҙ алдына килтереүе ауыр ине, был – беҙҙең коронавирусты еңеүебеҙ ул. Бөгөн «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» командаһына рәхмәт белдерәм. Уның хаҡында тик ыңғай фекерҙәр, ул бик файҙалы. Беҙгә, ир-аттарға, һеҙҙең аҙ ғына йылмайыуығыҙ ҙа етә. Ә ир-егеттәрҙең бурысы – Башҡортостан биләмәһе ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһенә әйләнергә тейеш», — тине Радий Хәбиров.
«Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» хәйриә проектында Мәләүездән район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Геннадий Шлычков, эшҡыуарҙар Фәнилә Богомолова, Римма Таймасова һәм үҙмәшғүл Әлфинә Блинникова ҡатнашты.
Форумда ҡатнашыусылар ике көн дауамында лекциялар тыңланы, түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәре, воркшоптар, медицина консультациялары һәм экспресс-тестар үтте.