Мәләүез районында быйыл сығарылыш кисәләре 9-сы кластар өсөн 15 июндә, 11-селәрҙеке 26-да үткәрелә. Был тантаналар - балалар ғына түгел, ә уларҙың ата-әсәләре өсөн дә ҙур әһәмиәткә эйә ваҡиға. Әммә пандемия сәбәпле быйыл унда ҡатнашыу мөмкинлеге сикләнде.
Билдәле булыуынса, республикала белем биреү ойошмаларындағы сараларҙа ҡатнашыуға ҡағылышлы яңы ҡағиҙәләр индерелде. Уға ярашлы, балалар баҡсаһында, мәктәптә уҙғарылған байрамдарға, иртәлектәргә барыу өсөн COVID-19 коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцина һалдырыу тураһында сертификат, прививка эшләтеү, шул иҫәптән вакцинаның беренсе компонентын һалдырыу, иртәлеккә тиклем бер ай дауамында COVID-19 вирусына 2 берәмектән юғары антиесемдәр булыуы һәм коронавирусҡа ҡаршы вакцина һалдырыу тыйылыу хаҡында медицина белешмәләре кәрәк.