"Аҙна призы"на лайыҡ булған Фәйзуллиндар ғаиләһе бүләген барып алды. Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһында 1-се класты яҡшы билдәләргә генә тамамлаған Самирҙың ғына түгел, ата-әсәһенең дә шатлығы сикһеҙ.
"Рәхмәтемде ниндәй һүҙҙәр менән белдерергә лә белмәйем. Ғаиләбеҙ менән шатландыҡ. "Көнгәк" гәзитен Мәләүезгә күсеп килгәс тә яҙҙыра башлағайныҡ, артабан да айырымаҫбыҙ, тип ышанам. Әйҙәгеҙ, барыбыҙ ҙа яҙылайыҡ. Яҙылыусылар өсөн редакция тағы бүләктәр әҙерләгән. Яҙылайыҡ, приздар отайыҡ!", - Ләйсән Фәйзуллина.