Көнгәк
+19 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
2 Июня 2021, 04:05

Республикала уртаса хеҙмәт хаҡы – 38 меңдән ашыу

Башҡортостанда 2021 йылдың беренсе кварталында ойошма хеҙмәткәрҙәренә иҫәпләнгән уртаса айлыҡ номиналь эш хаҡы 38 190 һумға еткән. Был уҙған йылдың ғинуар-мартына ҡарағанда 6,4 процентҡа күберәк.

Башҡортостанда 2021 йылдың беренсе кварталында ойошма хеҙмәткәрҙәренә иҫәпләнгән уртаса айлыҡ номиналь эш хаҡы 38 190 һумға еткән. Был уҙған йылдың ғинуар-мартына ҡарағанда 6,4 процентҡа күберәк.
Шул уҡ ваҡытта республикала реаль эш хаҡы, 2020 йылдың беренсе кварталы менән сағыштырғанда, 1,1 процентҡа артҡан, тип хәбәр иттеләр Башстаттан.
Статистиктар мәғлүмәттәре буйынса, быйыл мартта республикала уртаса хеҙмәт хаҡы 39 673 һум булған.
Ғәҙәттәгесә, Башҡортостанда иң юғары эш хаҡы кокс һәм нефть продукттары етештереүендә эшләгәндәргә тура килә – уртаса 73 234 һум. Иң аҙ хеҙмәт хаҡы элеккесә йыһаз етештереүҙә – 14 940 һум.
Галина Бахшиева
Читайте нас