Кисә йәмле Нөгөш һыуһаҡлағысы янындағы “Тау һауаһы” лагеры балаларҙы ҡабул итте. Унда үҫмерҙәр өсөн өс аҙна дауамында төрлө ял һәм күңел асыу, һаулыҡ нығытыу саралары планлаштырылған. 7 июндә Көнгәк тауы битләүендәге “Дуҫлыҡ”, 21 июндә “Шишмә” шифахана-профилакторийы бәләкәй дуҫтарына үҙ ишеген асасаҡ.