Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! 14 июлдә редакция бинаһында көндөҙгө 2-лә лотерея уйнатасаҡбыҙ. Әммә һуңғы осорҙа тажзәхмәт менән ауырыусылар артыуы сәбәпле һәм Башҡортостан Башлығы указына ярашлы, халыҡты күпләп йыйыу тыйыла. Шуға күрә приз уйнатыу онлайн режимында үтәсәк. Уның барышын бөтә социаль селтәрҙәрҙә «Көнгәк» төркөмөндә ҡарарға мөмкин. Үҙгәрештәрҙе аңлап ҡабул итерһегеҙ, тип өмөтләнәбеҙ.