Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Октябрь 2021, 13:09

Яңы коронавирусты иҫкәртеү буйынса сараларҙың үтәлешен тикшереү дауам итә

Билдәле булыуынса, 12 октябрҙән Башҡортостанда сауҙа үҙәктәренә, шәхси музейҙарға, китапханаларға, театрға, кинотеатрға, концерт залдарына, мәҙәниәт һарайҙарына ингәндә Ковид-19-ға ҡаршы вакцинация үтеүе тураһында сертификат йәки 6 ай дауамында коронавирус менән ауырыуы тураһында белешмә күрһәтергә тейеш. Был талап шулай уҡ ҡала-ара автобуста йөрөгәндәргә лә ҡағыла.

Яңы коронавирусты иҫкәртеү буйынса сараларҙың үтәлешен тикшереү дауам итә
Яңы коронавирусты иҫкәртеү буйынса сараларҙың үтәлешен тикшереү дауам итә

Шуға бәйле Мәләүез ҡалаһында сауҙа үҙәктәрендә көн һайын ведомство-ара комиссия эшләй. Бөгөн комиссия ҡаланың иң эре тип иҫәпләнгән егерменән ашыу сауҙа үҙәгенең, ойошмаларҙың, учреждениеларҙың ковидҡа ҡаршы сараларҙы үтәүен тикшерҙе. Уның эшендә район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, Роспотребнадзорҙың урындағы бүлексәһе етәксеһе Фәнис Кәримов, хоҡуҡ һаҡлау органдары, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.

Билдәле булыуынса, 12 октябрҙән Башҡортостанда сауҙа үҙәктәренә, шәхси музейҙарға, китапханаларға, театрға, кинотеатрға, концерт залдарына, мәҙәниәт һарайҙарына ингәндә Ковид-19-ға ҡаршы вакцинация үтеүе тураһында сертификат йәки 6 ай дауамында коронавирус менән ауырыуы тураһында белешмә күрһәтергә тейеш. Был талап шулай уҡ ҡала-ара автобуста йөрөгәндәргә лә ҡағыла.

Бындай тикшереүҙәргә генә түгел, ә сауҙа үҙәктәренә, ойошмаларға ингәндә сертификат һорауҙарына мәләүездәр яйлап өйрәнә башланы. Тәүге көндәрҙә күҙәтелгән шау-шыу, ризаһыҙлыҡ күренештәре һирәк осрауын билдәләне инспекторҙар. “Ирәмәл” сауҙа үҙәгенә килеүселәр бер ишектән инә, икенсеһенән сыға. Был инспекторҙарҙың эшен күпкә еңелләштергән. Сертификатһыҙ килгән кешеләр менән аңлатыу эше алып барыла, термометрия эшләй, шулай уҡ битлек кейеүҙәре талап ителә. “Аҡбуҙат” сауҙа үҙәгендә лә был йәһәттән эш яйға һалынған. Ингән ваҡытта һәр граждандың температураһы үлсәнә, битлек кеймәгәндәргә тәҡдим ителә.

Ә бына “Альфа” һәм “Иҙел” сауҙа үҙәктәрендә хәл башҡасараҡ. Шуға бәйле комиссия эшҡыуарҙарға  иҫкәртеү яһаны, 1 административ протокол төҙөлдө.

 

Яңы коронавирусты иҫкәртеү буйынса сараларҙың үтәлешен тикшереү дауам итә
Яңы коронавирусты иҫкәртеү буйынса сараларҙың үтәлешен тикшереү дауам итә
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: