Конгэк
+9 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Февраль 2022, 09:35

“Айыҡ ауыл”: Иштуған ауылы беренсе урын яуланы

Район хакимиәтенең 2021 йылдың 29 сентябрендәге ҡарарына ярашлы, “Айыҡ ауыл” республика конкурсының муниципаль этабы уҙҙы. Күптән түгел район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Геннадий Шлычков етәкселегендә сараның ойоштороу комитеты ултырышы үтте. Унда ҡатнашыусыларҙың материалдары ҡаралды.

“Айыҡ ауыл”: Иштуған ауылы беренсе урын яуланы
“Айыҡ ауыл”: Иштуған ауылы беренсе урын яуланы

 

Конкурс мәләүездәр өсөн яңылыҡ түгел. Йәмәғәт ойошмалары башлап ебәргән был сара беҙҙең районда ла үҙен һөҙөмтәле итеп танытты. Йылдан-йыл унда ҡатнашыусылар һаны артыуы ла шуны дәлилләй. Быйыл 16 ауыл биләмәһенән берәр тораҡ пункт көс һынашты. Шуға ярашлы, халыҡ араһында сәләмәт тормош рәүешен, айыҡ тормошто пропагандалау буйынса эшмәкәрлек киң йәйелдерелде.

Конкурс материалдарынан, шулай уҡ ауыл биләмәләре төркөмдәренән күренеүенсә, имен булмаған ғаиләләргә рейдтар ойошторолған, аңлатыу эштәре алып барылған. Китапханаларҙа, мәҙәниәт йорттарында, мәктәптәрҙә, фельдшер-акушерлыҡ пункттарында үткәрелгән сараларҙың барыһы ла һаулыҡты һаҡлау, эскелекте иҫкәртеү, сәләмәт тормош алып барыуға йүнәлтелгән. Уларҙа халыҡ әүҙем ҡатнашҡан. Һөҙөмтәһе, әлбиттә, бар: урамда “һалмыш” йөрөгәндәр, асыҡтан-асыҡ рөхсәтһеҙ иҫерткес эсемлек һатыусылар кәмегән.

Ултырыш барышында башҡарылған эштәргә ентекле анализ яһалды, презентациялар ҡаралды. Һөҙөмтәлә Иштуған ауылы конкурстың район этабы еңеүсеһе танылды. Икенсе урынға Богородское ауылы сыҡты. Өсөнсө урынды Ташлыкүл һәм Дарьино ауылдары бүлеште.

Лена АБДРАХМАНОВА.

Иштуған ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ринат Рафиҡ улы ӘЛМӨХӘМӘТОВ:

-Иштуған ауылы халҡы “Айыҡ ауыл” республика конкурсының район этабына дәррәү ҡушылды. Унда ҡатнашыу тураһында граждандар сходында хәл ителде, шунда уҡ үткәрелергә тейешле саралар планын ҡабул иттек. Ни өсөн унда ҡатнашырға булдыҡмы? Бөтәһенә лә мәғлүм, “Айыҡ ауыл” республика конкурсы йылдан-йыл билдәлелек яулай бара. Приз фонды артыуы ла уның әһәмиәте юғары булыуы хаҡында һөйләй. Беҙ ҙә үҙ көсөбөҙҙө һынап ҡарарға уйланыҡ. Спиртлы эсемлек эскәндәр күбәйеүҙән түгел, ә уртаҡлашырға тәжрибәбеҙ, башҡаларға үрнәк күрһәтерҙәй сәләмәт тормош алып барған кешеләребеҙ, татыу ғаиләләребеҙ, әүҙем йәштәребеҙ, быуындар бәйләнешен һаҡлаған өлкән быуын вәкилдәребеҙ бар.

Иштуған ауылының исеме заманында бөтә республикала йыш яңғыраны. Үткән быуаттың 80-се йылдарында ул һыуһаҡлағыс аҫтында ҡалырға тейеш ине. Бәхеткә күрә төҙөлөш туҡталды. Әлеге ваҡытта тораҡ пункт икенсе һулыш кисерә.

Бөгөн унда 135 йортта 335 кеше йәшәй. Уның күбеһен 40-тан 70 йәшкә тиклемге йәштәгеләр тәшкил итә. Ауыл уртаһында почта, фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана һәм мәҙәниәт йорто булған ижтимағи-мәҙәни үҙәк эшләй. Халыҡтың сәләмәт һәм айыҡ тормош алып барыуы өсөн социаль әһәмиәтле объекттарҙың да роле ҙур, тип әйтмәксемен, сөнки буш ваҡыттарында унда күңеле теләгән шөғөл табырға була.

Быларҙан тыш, ауылда биш йыл элек мәсет ҡалҡып сығыуы ла ҙур әһәмиәткә эйә. Яйлап иштуғандар дин юлына баҫа башланы, сәләмәт тормош алып барыусылар күбәйҙе, сөнки ислам, тәү сиратта, иҫерткес эсемлек эсеүҙе тыя.

Шәжәрә һәм ауыл байрамдарын үткәреү ҙә иштуғандарҙы тормошҡа айыҡ ҡараш менән ҡарауға, атай-олатайҙар аманат итеп тапшырған мәңгелек ҡиммәттәрҙе һаҡлауға йүнәлтелгән.

 

“Айыҡ ауыл”: Иштуған ауылы беренсе урын яуланы
“Айыҡ ауыл”: Иштуған ауылы беренсе урын яуланы
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: