Конгэк
+9 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Май 2022, 15:02

Үҙеңдән башҡаны әүлиә тип бел

Арыҫлан ауылында йәшәгән Нажия Абзал ҡыҙы һәм Әнүәр Вәли улы Мостафиндар күптән түгел үҙҙәренең гәүһәр туйын билдәләне. Ҡотлауҙар араһында республика Башлығы Радий Хәбировтың адреслы сәләме лә бар. Унда был берҙәм ғаиләнең асылын тулыһынса асып һалған шундай һүҙҙәр урын алған: “Һөйөү һәм үҙ-ара ихтирам, сабырлыҡ һәм бер-береңә тоғролоҡ һеҙгә тормош юлынан лайыҡлы атларға, балаларығыҙҙы һәм ейәндәрегеҙҙе йолалар нигеҙендә тәрбиәләргә булышлыҡ иткән. Һеҙ, ысын мәғәнәһендә, ил таянысы һәм ышаныслы нигеҙе. Һеҙҙең кеүек татыу ғаиләләрҙә балалар бәхетле, сәләмәт, тырыш һәм яуаплы булып үҫә”. Эйе, уларҙың ғаиләһен ҡайһы яҡтан алып ҡараһаң да күптәргә үрнәк булырлыҡ.

Үҙеңдән башҡаны әүлиә тип бел
Үҙеңдән башҡаны әүлиә тип бел

Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы исемен йөрөткән ауылдың иң хөрмәтле, иң өлгөлө ғаиләләренең береһе ул Мостафиндар. Хеҙмәт йылдарын икеһе лә намыҫлы эш менән уҙғарған. Нажия Абзал ҡыҙының Балтика буйына путевка менән бүләкләнеүҙәре, бер нисә саҡырылыш ауыл советына депутат итеп һайланыуҙары, Әнүәр Вәли улына идаралыҡта ревизор, “завток” кеүек заманына күрә яуаплы вазифалар йөкмәтелеүе генә түгел, ә уларҙың һөйәлле ҡулдары ла был хаҡта күпте һөйләй.

Әсәй-атай бурысын да лайыҡлы атҡарған улар. Балаларына күркәм тәрбиә биреп, ейән-ейәнсәрҙәр, бүлә-бүләсәр шатлығын күреп, бер-береһенә бар яҡтан терәк-таяныс булып, бәхетле ҡартлыҡ хисен кисерәләр бөгөн. Аҡ сәскәле ҡапҡалы ҙур һәм яҡты йорттоң сиҙәм баҫҡан ихатаһына барып инеү менән унда йәшәүселәрҙең уңған һәм эшһөйәр икәнлеген күҙалларға өлгөрәһең. Өй эсендә лә бөхтәлек, таҙалыҡ күҙгә бәрелеп тора, бөтә нәмә үҙ урынында. Алдан шылтыратып һөйләшеп килмәһәк тә, өҫтәл ҡунаҡ көткәндәгеләй һый-ниғмәт менән тулған.

- Балаларыбыҙҙан уңдыҡ, Хоҙайға шөкөр. Ял-байрам тип тормай, ҡайтып, бөтә эшебеҙҙе ҡулыбыҙҙан тартып алып, бөтөрөп китәләр, - ти улар. – Бәхетле ҡартлыҡ тигәндәре ошо инде - үҙең үҫтергән балаларыңдан, килен-кейәүҙәрҙән изгелек күреү.

Нажиә апай менән Әнүәр ағайҙың тормош юлы, әлбиттә, шатлыҡлы миҙгелдәрҙән генә тормаған. Улар икеһе лә – аталарын яу ҡырынан көтөп ала алмаған һуғыш осоро балалары. Йәтимлектең әсе зарын да, аслығын да, яланғаслығын да – барыһын да үҙ иңендә татығандар. Үҙҙәренең яҙмышына тәғәйен һынауҙар, ҡарлы-ямғырлы, ыжғыр буранлы мәлдәр, юғалтыу һағыштары аша үтеп, бөгөнгө бәрәкәтле, ҡотло-ырыҫлы киләсәгенә юл ярғандар.

- Ирҙе ир иткән дә, ер иткән дә – ҡатын тигән әйтем бар халҡыбыҙҙа. Ҡатын-ҡыҙҙың бәхете лә – ирҙән. Тимәк, ғаилә ҡорғас, уларҙың икеһе лә бер-береһен бәхетле итергә, һаулығын хәстәрләргә, ел-ямғыр тейҙермәҫкә тейеш, - ти Әнүәр ағай.

-  Йәштәргә арағыҙға кеше индермәгеҙ, тип кәңәш бирәм. Тормош бит, ир менән ҡатын араһында нимә генә булмаҫҡа мөмкин, ирегеҙ йәки ҡатынығыҙ тураһында кешегә һөйләмәгеҙ, мөхәббәтегеҙҙе урлатмағыҙ. Йәш саҡта Әнүәр ағайығыҙ тураһында һүҙ еткерергә маташҡандарға: “Балаларымдың атаһы тураһында бер нәмә лә насар һөйләмәгеҙ!” - тип ауыҙҙарын яба торғайным. Ауыҙҙарын яба алмаһам, ҡолағымды ҡаплай торғайным, - тип һүҙгә ҡушыла Нажия апай.

Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, Мостафиндар донъяуи хәлдәр тураһында ла мәғлүмәтлеләр. Фәлсәфәүи темаларға ла һөйләшеүгә әүәҫ булып сыҡтылар. Һүҙ артынан һүҙ сығып, Нажиә апайҙың доға менән дауалау көсө барлығын да белдек. Йылы һүҙгә, матур мөнәсәбәткә сарсағандарҙың күңелен йылытып, уй баҫҡандарҙың һағышын таратып, дауа өмөт иткәндәрҙе имләп ҡайтара ул.

Күктәрҙең мөғжизәле көсөнә ышанғанда ғына уның яҡтылығын йөрәктә тойорға мөмкин. Доға менән дә шулай: Аллаһы Тәғәләнең барлығына, берлегенә ышанғандарға мотлаҡ уның ҡеүәте ярҙам итә. Нажия апай өс йәшлек сағында ҡойон уртаһында ҡалған. Улай ғына ла түгел, уны көслө ел осороп алып китеп, мал зыяраты тип аталған соҡорға алып барып ташлаған. Көтөүселәр уны күреп ҡалып, бик ауыр хәлдә алып ҡайталар. Әсәһе ҡыҙҙы көслө муллаларға алып барып кеше итә. Ҙурая килә Нажия апай үҙендә лә кеше дауалау һәләте барлығын тоя.

Ҡылдан да нескә кеше күңеле менән эш итеү өсөн һәләт кенә түгел, әлбиттә, иң элек ярҙам өмөт итеп килеүсене аңлау ҙа кәрәк. Нажиә апай уларҙың барыһын да иғтибар менән тыңлай, күңелен бушатыуын көтә. Күңелен өмөтһөҙлөк, билдәһеҙлек тойғоһо биләгәндәргә, бер врачтан икенсеһенә йөрөп, өсөнсөһөнән дә өмөтө өҙөлгәндәргә лә күп ярҙам иткән, йәшәү көсөн биргән.

- Һәр кем үҙ һаулығына һаҡсыл ҡарарға, Хоҙай биргән ғүмерен һаҡларға бурыслы. Үҙен генә түгел, яҡындарын да хәстәрләргә тейеш. Ғаилә ныҡлығының төп ҡағиҙәһе лә шунда, - ти Нажия апай. - Үҙ тормошо менән ҡәнәғәт булғандар ауырыуға бирешмәй. Уларҙы ғәҙәттә сир урап үтә. Кеше ни тиклем ауыр уйға күберәк тарый, ул шул тиклем йышыраҡ ауырый. Башы сирҙән сыҡмағандарға тормошоғоҙ тураһында уйланығыҙ, кеше бәхетенә, уңышына көнләшмәгеҙ тип кәңәш бирәм. Ярҙам итә. Кәңәшемде тотҡандар килеп, рәхмәт әйтеп китәләр.

Йылы һүҙҙәргә лайыҡ, ысынлап та, Мостафиндар. Бер-береһенә хөрмәт, иғтибар һәм наҙ менән ҡараған Нажия апай менән Әнүәр ағайҙың күңел йылыһы балаларына һәм ейән-ейәнсәрҙәренә генә түгел, ярҙам өмөт итеп килгән кешеләрҙең барыһына ла етә. Уларҙың йортонан да, үҙҙәренән дә яҡты нур бөркөлә. Оҙаҡ йылдар бергә татыу ғүмер кисереүҙәренең серен белһәң ине тигән уйымды тойғандай Нажиә апай:

-“Үҙеңдән башҡаны әүлиә тип бел” тигән матур әйтемгә таянырға кәрәк. Аллаһы Тәғәлә бәндәләренең бер-береһенә хөрмәт, ихтирам күрһәтеп йәшәүен теләй, - тине.

Бына ҡайҙа икән уларҙың татыулығының сере!?

Был йылы һәм яҡты йорттан күңел һандығым байып, зиһенем яҡтырып килеп сыҡтым. Мостафиндарҙың бәхетле ҡартлыҡ кисереүенең серенең ябай ғына икәнлеген белдем.

Лена АБДРАХМАНОВА.

Үҙеңдән башҡаны әүлиә тип бел
Үҙеңдән башҡаны әүлиә тип бел
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: