Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Май 2022, 14:26

Шәхесен данлай белгән халыҡ – мәңгелек

Бөгөн Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһында Мәләүез еренең  билдәле улы, шағир, журналист Комиссаров Фәтҡулла Абдулла улының  тыуыуына 100  йыл тулыуға  арналған сара үтте.

Шәхесен данлай белгән халыҡ – мәңгелек
Шәхесен данлай белгән халыҡ – мәңгелек

Тыуған иленә, халҡына тоғро булған, ауыр яралы булыуына ҡарамаҫтан, тыуған төйәге хаҡына тырышып хеҙмәт иткән күренекле шәхесен мәләүездәр онотмай. Хәтер кисәләре, тематик дәрестәр үткәрелә. 2009 йылда Мәләүез районы муниципаль район Советы тарафынан журналистарҙың ижади әүҙемлеген арттырыу, шулай уҡ һәләтле журналист, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Фәтҡулла Комиссаровтың исемен мәңгеләштереү маҡсатында Фәтҡулла Комиссаров исемендәге премия булдырылғайны. Быйыл беренсе тапҡыр премия мәктәп уҡыусыларына ла бирелде. Уны шағир тыуыуана 100 йыл тулыу айҡанлы үткәрелгән шиғыр һөйләүселәр конкурсында еңеүсе уҡыусылар алды. Уны фронтовиктың улы Салауат Комиссаров тапшырҙы. 

Шәхесен данлай белгән халыҡ – мәңгелек
Шәхесен данлай белгән халыҡ – мәңгелек
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: