Конгэк
+9 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июнь 2022, 14:23

Ярҙам итеү - изге ғәмәл

Хөрмәтле яҡташтар! Ләйсән Мәргән ҡыҙы (Иҙрисова) Фәйзуллинаға дауаланыу өсөн аҡса йыйырға кәрәк. 2017 йылда ул бәхетһеҙлеккә тарый. Һөҙөмтәлә уның аяҡ-ҡулы хәрәкәте юғала, паралич һуға.

Ярҙам итеү - изге ғәмәл
Ярҙам итеү - изге ғәмәл

Хөрмәтле яҡташтар! Ләйсән Мәргән ҡыҙы (Иҙрисова) Фәйзуллинаға дауаланыу өсөн аҡса йыйырға кәрәк. Диагнозы: арҡа мейеһенең травма ауырыуы, атлант умыртҡаһы быуыны сығыуы, травманан һуң тетрапарез синдромы менән миелополирадикулопатия, һул ҡулда тәрән парез, янбаш органдары дисфункцияһы һәм башҡалар. Уға Израиль клиникаһында дауаланыу форсаты тыуҙы, бының өсөн 12 миллион һум аҡса кәрәк. Ғаилә өсөн ул көс етмәҫлек сумма. Уға һәр кем ярҙам ҡулы һуҙа ала. Һаҡлыҡ банкы картаһы 89874773609 телефон һанына бәйле (Ляйсан Маргановна Ф.), аҡсаны шулай уҡ 639002069040277954 иҫәбенә ебәрергә мөмкин. Ләйсән Мәргән ҡыҙы 1975 йылдың 8 сентябрендә Федоровка районының Балыҡлы ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағас ауыл китапханаһы мөдире вазифаһын биләй. Артабан Балыҡлы урта мәктәбендә татар теле һәм әҙәбиәте, башланғыс кластар уҡытыусыһы, китапханасы булып эшләй. 2003-2015 йылдарҙа Салауат ҡалаһында мәктәптә балаларға башҡорт һәм татар телдәрен өйрәтә, директор урынбаҫары бурысын үтәй. Аҙаҡ хеҙмәт юлын Мәләүез ҡалаһында дауам итә. 2017 йылда Ләйсән Фәйзуллина бәхетһеҙлеккә тарый. Дәрес барышында башына плафон төшөп китә. Һөҙөмтәлә уның аяҡ-ҡулы хәрәкәте юғала, паралич һуға. Бөгөн ҡатын беренсе төркөм инвалиды, түшәктә ята, коляскала йөрөтәләр. Ләйсән Мәргән ҡыҙы тормош иптәше Тимерғәли Фәйзулла улы менән ике бала үҫтергән. Ҡыҙҙары Лиана кейәүҙә, Арсений исемле ул үҫтерә. Улдары Самирға туғыҙ йәш. Ул район-ҡала, республика, Рәсәй конкурстарында ҡатнашып еңеү яулай, тыуған еренең бәҫен күтәрә. Хөрмәтле яҡташтар! Ләйсән Мәргән ҡыҙы Фәйзуллинаға күмәкләп ярҙам күрһәтәйек. Берҙәмлектә – көс. Социаль реклама.

Ярҙам итеү - изге ғәмәл
Ярҙам итеү - изге ғәмәл
Автор:Алия Амирова
Читайте нас: