Яңылыҡтар
6 Июля 2022, 05:09

Коронавирус йоҡламай

Анна Казак сит илдәрҙән ҡайтҡандарға мотлаҡ ПЦР-тест тураһында иҫкә төшөрҙө, тип яҙа "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы. https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-07-05/anna-kazak-sit-ild-r-n-ayt-andar-a-motla-ptsr-test-tura-ynda-i-k-t-sh-r-2863899  

Коронавирус йоҡламайКоронавирус йоҡламай
Коронавирус йоҡламай

Сит илдән ҡайтҡандарға коронавирусҡа ПЦР-тест тапшырырға һәм уның һөҙөмтәһен Дәүләт хеҙмәттәренә һалырға кәрәк. Әгәр ярты йыл эсендә вакцина яһатмаған йәки ковид менән ауырымаған осраҡта. Башҡортостан хөкүмәтенең Республикаға идара итеү үҙәгендәге оператив кәңәшмәһендә республика буйынса Роспотребнадзор етәксеһе Анна Казак ошо турала һөйләне.Уның һүҙҙәренсә, 2 июлдә илдә ковид сикләүҙәрен ғәмәлдән сығарыуға ҡарамаҫтан, ата-әсәләргә балалар учреждениеларында ойошторолған күп кеше ҡатнашлығындағы сараларға йөрөүен тыйған кеүек үк, был талап та һаҡлана.

"Башинформ".

Фото: Олег Яровиков.

 
Коронавирус йоҡламай
Коронавирус йоҡламай
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас