

Яҡташыбыҙ, яугир журналист, шағир, прозаик, Ҡыҙыл Йондоҙ, “Почет Билдәһе” ордендары кавалеры, 30 йылға яҡын “Совет Башҡортостаны” һәм “Кызыл таң” гәзиттәренең үҙ хәбәрсеһе булған һоҡланғыс шәхес Фәтҡулла Комиссаровҡа 16 июлдә 100 йәш тулған булыр ине. Бөгөн ҡаланың 1-се Мөхәммәтша Буранғолов исемендәге китапханаһында уның хәтер кисәһе үтте. Сара хаҡында тулыраҡ гәзиттең киләһе һанында баҫылыр.
Лена ХӘЙРУЛЛИНА фотолары.