Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
7 Июль 2022, 04:26

Ғаиләм – ҡәлғәм

Ғаилә  -  татыу, ныҡ икән, йәмғиәт тә көслө була. Ата-әсә - тотҡа, ә бала - көҙгө, бер-береңде һаҡлап, рәнйетмәй,  хөрмәт итеп йәшәргә кәрәк. Тырышып донъя көткән, бер-береһен ихтирам итеп йәшәгән, антына тоғро булған, ауырлыҡтарҙы бергә кисергән парҙар күп арабыҙҙа.

Ғаиләм – ҡәлғәмҒаиләм – ҡәлғәм
Ғаиләм – ҡәлғәм

Ғаилә  -  татыу, ныҡ икән, йәмғиәт тә көслө була. Ата-әсә - тотҡа, ә бала - көҙгө, бер-береңде һаҡлап, рәнйетмәй,  хөрмәт итеп йәшәргә кәрәк. Тырышып донъя көткән, бер-береһен ихтирам итеп йәшәгән, антына тоғро булған, ауырлыҡтарҙы бергә кисергән парҙар күп арабыҙҙа. Смаҡ ауылынан Иманғоловтар шундайҙарҙың береһе.   

 Рәмзилә Кинйәғәли ҡыҙы менән Әхәт Рамаҙан улы 1975 йылда сәстәрен сәскә бәйләй. Бергә татыу ғүмер итеүҙәренә 47 йыл үтеп тә киткән. Улар бик тырыш, уңған кешеләр, һәр башлаған эште еренә еткереп атҡара. Өс йылда  үҙ көстәре менән йорт һалып сыҡҡандар.  Иманғоловтар дүрт малайға ғүмер бүләк итә һәм яҡшы тәрбиә биреп үҫтергән. 

- Мин Һыртландан. Егерме йәшемдә  Смаҡ яҡтарына һәйбәт ғаиләгә килен булып төштөм. Ҡәйнәм уңған, тырыш, йомарт  булды. Уның менән татыу йәшәнек, һүҙгә килешмәнек, әрләшеп ултырманыҡ. Төрлө ерҙә эшләргә тура килде. Ауырлыҡҡа ҡарап торманыҡ, тормош иптәшем менән күнел биреп эшләнек. Балаларыбыҙ терәк булды, хәҙер башлы-күҙлеләр инде, һәр береһенең үҙ йорто бар, ғаилә ҡороп йәшәйҙәр. Рәмил, Илгиз, Илдус - себер яҡтарында, ә Рөстәм улым “Урал” ҡошсолоҡ фабрикаһында эшләп йөрөй. Балалар йорт һалып сығырға булышты, Аллаға шөкөр, ярҙамдарынан ҡалдырмайҙар. Иптәшем менән хаҡлы ялдабыҙ. Мәсеттә уҡып, ағинәйҙәр түңәрегенә яратып йөрөйөм.  Баҡса үҫтерәбеҙ, мал-тыуар тотабыҙ. Әлеге ваҡыта ҡул эштәре менән дә  ҡыҙыҡһынам, иң яратҡаным - сигеү. Йәшерәк ваҡытта шөғөлләнә инем, ә эшләп йөрөгәндә өлгөрә алмайным. Төҙөлөштә, почтала ла, ашханала, баҫыуҙа гектарлап сөгөлдөр утарға тура килһә лә, бик ауыр булманы, сөнки эргәмдә тормош иптәшем таянысым булды. Ул мине һәр ҡайғынан, ауырлыҡтан ҡурсалап торҙо. Ауыр һүҙ әйтешмәнек, бер-беребеҙҙе аңлап йәшәнек. Бына бит биш ейәнсәргә, өс ейәнгә бәхетле олатай, өләсәй  булып ултырабыҙ. Баланың балаһы балдан татлы. Бик рәхмәтлебеҙ һәм ҡәнәғәтбеҙ, беҙ бәхетле ата-әсә, юлдар һәр саҡ асылып торҙо. Шулай эргәңдә терәгең булһа, йәшәүе лә күңелле, еңел. Йәш ғаилә ҡороусыларға  сабыр булыуҙарын теләр инем. Донъя диңгеҙ тулҡыны кеүек ҡаға ла, сайҡалта ла, шул ваҡытта бирешмәҫкә кәрәк, - тип ихлас теләк менән тамамланы әңгәмәне Рәмзилә апай.

Иманғоловтар  ғаиләһе - үҙе бер ҙур дәүләт. Уларҙың  татыулығына, уңғанлығына, күрше тирә-яҡҡа ярҙамсылығына һоҡланмай мөмкин түгел. Йылмайып, яҡты йөҙ менән ҡаршы алалар, өҫтәл түрендә сәй, тәм-том һәр саҡ әҙер. Ихатаһы таҙа, баҡсала гөрләп йәшелсә, сәскәләре  күҙҙең яуын алып үҫеп ултыра. Өй  эсе  ҡотло, сөнки унда бәхет бар. Рәмзилә апайҙың ҡул эштәре лә тағы йәм өҫтәй. Бер-береһенә тоғро, мөхәббәт утын һүрелтмәй, ҡатмарлы юлды бергә үткән парҙарға, тик бәхеттәр, изге теләктәр теләп ҡалабыҙ!

Динара МӘҠСҮТОВА.

Автор фотоһы.

Ғаиләм – ҡәлғәм
Ғаиләм – ҡәлғәм
Ғаиләм – ҡәлғәм
Автор:Динара Максютова
Читайте нас