Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
7 Июль 2022, 04:50

Ерек ҡыҙы

    Ҡаланың үҙәк китапханаһында төрлө саралар, осрашыуҙар даими үткәрелә. Күптән түгел унда һәләтле яҡташыбыҙ Хәлиҙә Шәйәхмәтованың “Ерек ҡыҙы” шиғырҙар йыйынтығының “Китап туйы” үтте. Байрамға шағирәнең ғаиләһе, туғандары, хеҙмәттәштәре, ижадташ дуҫтары йыйылғайны.

Ерек ҡыҙыЕрек ҡыҙы
Ерек ҡыҙы

Ерек ҡыҙы

    Ҡаланың үҙәк китапханаһында төрлө саралар, осрашыуҙар даими үткәрелә. Күптән түгел унда һәләтле яҡташыбыҙ Хәлиҙә Шәйәхмәтованың “Ерек ҡыҙы” шиғырҙар йыйынтығының “Китап туйы” үтте. Байрамға шағирәнең ғаиләһе, туғандары, хеҙмәттәштәре, ижадташ дуҫтары йыйылғайны.

Был көн шағирәнең күркәм юбилейына тура килеүе менән икеләтә иҫтәлекле ине. Сағыу байрам менән ҡотлап, ҡала мәҙәниәт һарайынан йырсы Ләйсән Вәлиева музыкаль бүләк әҙерләгәйне. Мәрйәм Күсмәева етәкселегендәге “Мәләүез таңдары” әҙәби берекмәһе ағзалары ижади күстәнәстәрен алып килгәйне.

Ауылдашы педагогия хеҙмәте ветераны Тәнзилә Малабаева ла юбилярҙы ихлас ҡотланы. Шағир Тимер Ниәтшин Хәлиҙә Шәңгәрәй ҡыҙына арнап яҙған шиғырын уҡыны. Гөлнур менән Гәүһәр апаһы ошо йылы теләктәргә ҡушылды. Ике ҡыҙы ҙур ниәттәргә ынтылыш теләп, тағы ла яңы китаптар сығарыуын теләне. Ғөмүмән, был көндө Хәлиҙә Шәңгәрәй ҡыҙының ижадын яратҡандар йыйылғайны. Ҡыҙыҡлы фотопрезентацияһын бик һоҡланып һәм үткән мәлде  иҫкә төшөрөп ҡаранылар. Хәлиҙә апай яңы ғына баҫылған китабын ҡунаҡтарға бүләккә өләште һәм ундағы шиғыр юлдарын уҡып ишеттерҙе. Тантана аҙағында барыһына ла изге теләктәрен теләп, рәхмәт һүҙен еткерҙе һәм  иҫтәлеккә  фотоһүрәткә төшөп, тәмле сәйгә  саҡырҙы.

    Хәлиҙә Шәңгәрәй ҡыҙы Шәйәхмәтова Ерек ауылында, йәйҙең йәмле көнөндә бишенсе бала булып донъяға килә. Уңған, аҡыллы ҡыҙ әҙәбиәт донъяһына ғашиҡ булып үҫә. Нөгөш урта мәктәбен тамамлағас, ун ете йәшендә үҙенең ауылында башланғыс кластарҙы уҡыта башлай. Унда ул ике йыл эшләй. Артабан, Иштуғанда һигеҙ йыллыҡ мәктәптә өс йыл математиканан уҡыта. Тормошҡа сыҡҡас ул Мәләүез ҡалаһына  күсеп, шунда төпләнә. Ике ҡыҙға ғүмер бүләк итә. 21-се балалар баҡсаһына  тәрбиәсе булып урынлаша. Кесе ҡыҙы Рима  сирләү сәбәпле эшенән китергә тура килә. Хәлиҙә апай тотош үҙен ижадҡа бағышлай. 2010 йылдарҙа “Һандуғаслы йәйем”, “Бишенсеһе һинеке” китаптарын баҫтырып сығара. “Бәхетле мәлдәрем” тигән йыйынтығы  Булат Рафиҡов исемендәге премияға лайыҡ була. Үҙ нәшер менән донъя күргән  “Ерек ҡыҙы” шиғыр йыйынтығында шағирәнең тормошҡа, кешеләргә, тыуған төйәккә ҡағылышлы ҡараштары сағыла. Оло ҡыҙы Роза Ырымбур дәүләт университетында уҡыта. Уның да ҡулъяҙмалары, ғилми хеҙмәттәре баҫылып тора. Кесеһе Рима ла шиғыр, хикәйәләр яҙа һәм  башҡортсанан урыҫ теленә тәржемә итә. Дүрт китап авторы.  Хәлиҙә Шәйәхмәтова ике ейәнсәргә бәхетле өләсәй. Бар донъяға риза булып, яҡты уйҙар менән генә ҡыуанып  йәшәй.

Динара МӘҠСҮТОВА.  

Автор фотоһы.

Ерек ҡыҙы
Ерек ҡыҙы
Ерек ҡыҙы
Ерек ҡыҙы
Ерек ҡыҙы
Ерек ҡыҙы
Ерек ҡыҙы
Ерек ҡыҙы
Ерек ҡыҙы
Ерек ҡыҙы
Автор:Динара Максютова
Читайте нас