Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
7 Июль 2022, 04:36

Мәләүездә кейем бесеү һөнәренә ҡайҙа уҡырға?

Мәләүез индустриаль колледжда “Демография” милли проектының “Мәшғүллеккә ярҙам итеү” федераль проекты сиктәрендә “Мода технологияһы” һәм “Икмәк бешереү” компетенциялары буйынса бушлай уҡытыу бара.

Мәләүездә кейем бесеү һөнәренә ҡайҙа уҡырға?Мәләүездә кейем бесеү һөнәренә ҡайҙа уҡырға?
Мәләүездә кейем бесеү һөнәренә ҡайҙа уҡырға?

WorldSkills Russia программаһына, йәғни донъя стандарттарына ярашлы ойошторолған был курс былтыр йыл аҙағында асылған заманса майҙансыҡтарҙа үтә. Күптән түгел беҙ “Мода технологияһы” компетенцияһы буйынса оҫтаханала булдыҡ, уҡытыу процесы менән таныштыҡ, педагог һәм тыңлаусылар менән әңгәмәләштек.

Ике айҙа кейем бесергә нисек өйрәнергә?

Был һөнәр буйынса уҡытыу 144 сәғәткә иҫәпләнгән. Унда квалификацияны күтәрергә һәм яңы һөнәргә эйә булырға мөмкин.

- Курста 50 йәшлек, унан өлкәнерәк һәм пенсия алды йәшендәге эшһеҙҙәр, эш эҙләп, мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт иткәндәр уҡый. Унда  шулай уҡ балаһына 3 йәш тулғансы декрет отпускыһында булған йәки бер ҡайҙа ла эшләмәгән һәм 7 йәшкә тиклемге бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡатнаша ала. Был программа 35 йәшкә тиклемге йәштәргә эшсе һөнәрен бушлай үҙләштереү йәһәтенән ҙур мөмкинлек бирә, - ти өҫтәмә белем биреү буйынса менеджер Юлия Шаһманова. – Әлеге ваҡытта “Кейем бесеүсе” һөнәре буйынса ике төркөм ойошторолдо. Курс тамамланғас, уларға дәүләт өлгөһөндәге таныҡлыҡ, шулай уҡ һөнәри белемде раҫлаған скиллис-паспорт биреләсәк. Быларҙың барыһы ла эш биреүсе резюме ҡарағанда өҫтөнлөк менән файҙаланасаҡ.

Унда нимәгә өйрәнергә була?

Был һорау менән юғары квалификация категориялы педагог Наталья Тагаеваға мөрәжәғәт иттек. Бына ул беҙгә нимәләр һөйләне:

-  Уҡыған ваҡытта курс үтеүселәр төрлө ассортименттағы изделиеларҙы бесергә, заказ биреүсенең фигура үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып лекалаларҙы үҙгәртергә, кейемде кейеп ҡараған ваҡытта асыҡланған кәмселектәрҙе төҙәтергә өйрәнә.

“Мода технологияһы” оҫтаханаһында заманса йыһазландырылған 6 эш урыны бар. Уларҙы беҙ Өфөлә үткән WorldSkills Russia (Йәш һөнәрмәндәр) IX Милли чемпионаты үткәс алдыҡ. Уҡытыу 25 тегеү операцияһы булған «Elna» тегеү машинаһында, «Elna 664 Pro» күп функциялы оверлоктарҙа алып барыла.

Оҫтаханала шулай уҡ Mie Classico Non-Stop үтекләү системаһы, заманса һөнәри үтек, махсус бесеү өҫтәле, манекендар менән йыһазландырылған. Быларҙың барыһы ла уҡыған ваҡытта производствоға яҡын шарттарҙы күҙ алдына килтерергә булышлыҡ итә.

Дөйөм алғанда, ошо һөнәр асылғандан алып беҙҙең уҡыу йорто сығарылыш студенттарының юғары квалификацияһы менән дан ала. Мәҫәлән, беҙҙең сығарылыш уҡыусыһы Ксения Белогрудь “Туй һәм киске күлдәктәрҙең иң яҡшы дизайнеры” номинацияһында «Number one awards» халыҡ-ара премияһына эйә. Ул әлеге ваҡытта Мәскәүҙә йәшәй. Күптәр Мәләүездең еңел сәнәғәт предприятиеларында эшләй. Улар араһында һөнәрен ғаилә бизнесына әйләндергәндәр ҙә күп. Ғөмүмән, бесә һәм тегә белеү бер кемгә лә ҡамасауламай.

Наталья Викторовнаның һүҙҙәрен ҡеүәтләп, тегеүселәрҙең Мәләүездә һорау менән нисек файҙаланыуы тураһында ҡыҙыҡһындыҡ. Район хакимиәтенең сауҙа, эшҡыуарлыҡ, ҡулланыусы баҙары һәм туризм буйынса сектор мөдире Карина Сатлыҡова билдәләүенсә, ҡалала өс ҙур предприятие эшләй: “Ликом”, “Дельта” етештереү сауҙа фирмаһы, “БОН” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәр. Бынан тыш, 20-гә яҡын эшҡыуар һәм үҙмәшғүл теркәлгән.

Альбина КӘРИМОВА, хужабикә:

  • “Кейем бесеүсе” төркөмөнә уҡыусылар йыйылыуын колледжда уҡыған улымдан ишеттем. Шунда уҡ бик ҡыҙыҡһынып киттем һәм ғариза бирҙем. Әлеге ваҡытта бер ҡайҙа ла эшләмәйем. Йорт, ғаилә мәшәҡәттәре менән булам. Ә бына бесергә, тегергә өйрәнеү артыҡ булмаҫ, тип уйлайым.

Римма ИБРАҺИМОВА, педагог:

  • Был курсҡа 50+.категорияһы буйынса эләктем. Оҫтахананың асылыуын былтырҙан алып көттөм һәм яҙылдым. Был өлкә миңә таныш һәм яҡын. Элек ете йыл “Көнкүреш йорто”ноң тегеү цехында эшләнем. Әлеге ваҡытта Балалар-үҫмерҙәр ижад һарайында өҫтәмә белем биреү педагогы булараҡ “Оҫтабикә” түңәрәген алып барам. Бесеү һәм тегеү буйынса күнекмәләр эшем буйынса ла, үҙем өсөн дә бик кәрәк. Колледж оҫтаханаһы бик яҡшы ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Класта яҡты һәм ҡотло.

Уҡырға ингем килә! Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

Үрҙә атап кителгән һөнәрҙәр буйынса уҡыу өсөн «Работа в России»: trudvsem.ru порталы аша ғариза бирергә. Индустриаль колледж заявканы теркәргә һәм рәсмиләштерергә техник яҡтан ярҙам күрһәтә.

8 (34764) 5 -25-19, 8-927-345-3171 телефоны буйынса йәки колледждың 100-сө кабинетында консультация алырға мөмкин (өҫтәмә белем биреү буйынса менеджер Юлия Рәлиф ҡыҙы Шаһманова). Электрон почта: mikdo42@bk.ru.

 

Мәләүез индустриаль колледжы “Кейем бесеүсе” һөнәре буйынса бюджет нигеҙендә (“Бесеүсе”, “Тегеүсе” квалификациялары) 9-сы кластан һуң уҡыусылар йыйыуын дауам итә. Уҡыу срогы – 2 йыл 11 ай. Уҡырға ингәндә имтихандар ҡабул ителмәй. Ситтән килгәндәргә дөйөм ятаҡтан урын бирелә.

Адресы: Беренсе Май урамы, 8. Белешмә өсөн телефон: 8-937-492-52-32, 8 (34764) 5-26-79, 5-28-64.

Гөлиә ШАҺИҒӘЛИНА.

Һүрәттә: кейем бесә, тегә белеү бер кемгә лә ҡамасауламай.

Автор фотоһы.

 

Мәләүездә кейем бесеү һөнәренә ҡайҙа уҡырға?
Мәләүездә кейем бесеү һөнәренә ҡайҙа уҡырға?
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас