Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
14 Июль 2022, 04:03

Супер-приз кемгә эләкте?

8 июлдә “Көнгәк” гәзитенә икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылып, квитанцияһы күсермәһен ебәргән уҡыусыларыбыҙ араһында бүләктәр уйнаттыҡ

Супер-приз кемгә эләкте?Супер-приз кемгә эләкте?
Супер-приз кемгә эләкте?

8 июлдә “Көнгәк” гәзитенә икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылып, квитанцияһы күсермәһен ебәргән уҡыусыларыбыҙ араһында бүләктәр уйнаттыҡ.

Унда район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге белгесе Альбина Садиҡова һәм баҫмабыҙҙың тоғро дуҫы Хәлиҙә Шәйәхмәтова эксперт булараҡ сығыш яһаны.

Шулай итеп, түбәндәге уҡыусыларыбыҙға бәхет йылмайҙы: мосолман картинаһы - Р. Хөсәйенова (Буранғолов урамы); мультиварка - З. Зәйнуллина (Боһорман); кувшин - Ә. Мостафин (Арыҫлан ауылы), М. Мәҡсүтова (Смаҡ), Х. Шәйәхмәтова (Буранғолов урамы); термос Л. Рафиҡова (Ленин урамы), Г. Ишһарина (Үрге Юлдаш); электр сәйнүге - М. Шөрөпова (үҙәк район дауаханаһы); “Яугир” атыу клубына сертификат - З. Шаһманова (Яҡтыкүл), М. Вәлитов (үҙәк район дауаханаһы), Г. Солтанғолова (Ҡаран); фен -  Ғ. Үҙәнбаева (Шәрип); салат һауыты йыйылмаһы – Ш. Шоғайыпов (Аптраҡ), А. Хисаметдинов (Мәскәү урамы), С. Алтынсурин (Ҡотош); ашъяулыҡ – А. Ғиззәтулина (Яңауыл); туҡмас таҡтаһы - М. Буранғолова (Һыртлан); йәшелсә бысағы – Р. Камалетдинова (Арыҫлан).

Супер-приз Г. Байгилдина (Исламғол) бәхетенә насип булды. Төп бүләктең спонсоры – Яңауыл ауылы фермеры Руслан Әлимғужин. Уға сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Еңеүселәрҙе ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Беҙҙең менән бергә булғанығыҙ өсөн рәхмәт!

Динара МӘҠСҮТОВА.

Супер-приз кемгә эләкте?
Супер-приз кемгә эләкте?
Супер-приз кемгә эләкте?
Автор:Динара Максютова
Читайте нас