Яңылыҡтар
15 Июля 2022, 04:17

Ҡабат тыуып булмай...

Фирүзә АБДУЛЛИНА шиғриәтен һөйөүселәр иғтибарына Ҡабат тыуып булмай, ғүмер берәү,Күберәге күптән үтелгән,Толом-толом үргән сәскәйҙәремКүптән инде туҙған - һүтелгән.Һин әйт миңә матур һүҙҙәреңде,Әйтер кешең барҙа йәлләмә!Һары япраҡ ҡалыр үткәндәрҙән,Бөгөнөбөҙ – сағыу гөлләмә!Бөгөн йылмай күҙҙәремә ҡарап,Бөгөн ярат, бөгөн ҡәҙерлә!Берәй ҡасан бөгөн яратҡаныңТороп ҡалыр бары хәтерҙә...Бигерәк ҡыҫҡа кеше ғүмерҙәре,Үкендереп үтер миҙгелдәр,Йылы йәйҙәребеҙ йырлар ҙа бит,Һалҡын, әсе була көҙ елдәр...Йылмай әле күҙҙәремә ҡарап,Хистәреңде, зинһар, ойотма,Нисек яратаһың – әйт хәҙер үк,Ҡабат тыуып булмай, онотма!Фирүзә Абдуллина.  

Ҡабат тыуып булмай...Ҡабат тыуып булмай...
Ҡабат тыуып булмай...


Йылмай әле күҙҙәремә ҡарап,
Хистәреңде, зинһар, ойотма,
Нисек яратаһың – әйт хәҙер үк,
Ҡабат тыуып булмай, онотма!

Ҡабат тыуып булмай...
Ҡабат тыуып булмай...
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас