Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
17 Июль 2022, 08:15

Бәхил бул, һалдат!

Бөгөн мәләүездәр Украинала һәләк булған яҡташыбыҙ Дим Шәрипов менән хушлашты. Махсус операцияла хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған геройҙы һуңғы юлға оҙатырға район хакимиәте, хәрби комиссариат һәм бөтә төр йәмәғәт, ветерандар ойошмалары, дини конфессиялар вәкилдәре туғандары, яҡындары, хеҙмәттәштәре, дуҫтары, уҡытыусылары йыйылды. Хушлашыу сараһы ҡала мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда үтте. Батыр яҡташыбыҙға 44 йәш ине.

Бәхил бул, һалдат!Бәхил бул, һалдат!
Бәхил бул, һалдат!

 

2022 йылдың майында ирекмәндәр төркөмөндә Украина биләмәһенә махсус хәрби операцияға юллана. 30 июндә Запорожье өлкәһендәге ҡасабаларҙың береһе янында батырҙарса һәләк була.

Батырҙар үлеме менән һәләк булған ҡыйыу яҡташыбыҙҙың яҡындарының, дуҫтарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Дим Шәриповҡа һәм уның һымаҡ меңәрләгән егеткә Тыуған илебеҙҙе һаҡлағаны өсөн рәхмәт әйтәбеҙ.

Бәхил бул, һалдат!
Бәхил бул, һалдат!
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас