

Әшрәф Хужәхмәтов иҫтәлегенә спартакиада үтте
16 июлдә Ҡотош ауылында тарихсы уҡытыусы Әшрәф Хужәхмәтов иҫтәлегенә спартакиада үтте. Сараны Илмир Уранзибәтов сәләмләне һәм бар ҡатнашыусыларға уңыш теләп, һыуыҡ туңдырма өләште. “Илһөйәр” йәмғиәт ойошмаһы хәрби разведка ветерандары оҫталыҡ класы күрһәте. Төрлө спорт уйындары булды: гранат ырғытыу, пневматик ҡоралдан, мылтыҡтан,уҡтан атыу, шашка уйнау, автоматты һүтеп йыйыу. Кескәйҙәр һәм үҫмерҙәр әүҙем ҡатнашты. Байрамды биҙәп “Әхирәт” ансамбле йыр менән ҡыуандырҙы, гармун тауыштары сыңланы. Аҙаҡ барыһын да ойоштороусылар Илмир Уранзибәтов, “Илһөйәр” йәмғиәт ойошмаһы хәрби разведка ветерандары грамоталар, миҙалдар, бүләктәр менән тәбрикләне. 11-14 йәшлек ҡатнашыусылар араһында граната ырғытыуҙа беренсе урынды Илшат Собханғолов алды, ә ун йәшлек араһында Камил Сәлихов яуланы. 10 йәшлек Лилиә Имелбаева пневматик ҡоралдан атып беренсе урынға сыҡты. 11-14 йәш араһынан Әлфиә Уразинбәтова беренселекте ала. Бер кем дә иғтибарһыҙ ҡалманы.
Динара МӘҠСҮТОВА
Автор фотоһы