

Тимур Рим улы йәш быуын алдында сығыш яһар алдынан, иң беренсе, уларҙың кәйефе, тәьҫораттары хаҡында һорашты. Яуаптар, һис шикһеҙ, ыңғай ине. Уларға айырыуса бассейнда һыу инеү, спорт саралары, төрлө конкурстар оҡшаған. Республиканың төрлө төбәгенән килгән тиҫтерҙәре менән дуҫлашҡандар, адрестарын, телефон һандарын алмашҡандар.
-Артабан да ошо дуҫлыҡ күперен өҙмәгеҙ. Бер-берегеҙ менән һәр ваҡыт бәйләнештә булығыҙ, кәрәк ваҡытта ярҙам итегеҙ. Татыулыҡ, берҙәмлек - ул иҫ киткес көс, - тине Тимур Ғилмийәров.
Балаларҙың да һорауҙары күп булды. Уларҙың күбеһе депутат эшмәкәрлегенә ҡағылышлы ине. Тимур Рим улы бөтәһенә лә ихлас яуап бирҙе. Татьяна Павловнаның бала саҡ хәтирәләрен дә ял итеүселәр ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы. Осрашыу аҙағында ҡунаҡтар ЛНР-ҙан килгән балаларға Башҡортостан тураһында иҫтәлекле логотип менән футболкалар бүләк итте.
Луганск Халыҡ Республикаһының Ровеньки ҡалаһынан Кристина Вандышева ял итеүселәр исеменән республика етәкселегенә, лагерь коллективына рәхмәт белдерҙе.
Лена АБДРАХМАНОВА.