Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
19 Июль 2022, 05:54

Халыҡ дауалаусылары бергә йыйылды

16-17 июлдә данлыҡлы Әбйәлил, Баймаҡ ере халыҡ дауалаусыларын бергә йыйҙы. Сара бик матур ойошторолғайны. Халыҡ дауалаусылары менән аралашып, тәжрибә уртаҡлашып ҡайттыҡ. Мин халыҡты массаж эшләп ҡыуандырһам, Ергән ҡасабыһынан Зөлфиә ханым Йосопова балаларҙы доға менән өшкөрҙө.

Халыҡ дауалаусылары бергә йыйылдыХалыҡ дауалаусылары бергә йыйылды
Халыҡ дауалаусылары бергә йыйылды

“Ер ҡото” тип аталған этнофестиваль Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесе, филология фәндәре докторы Гөлнур Ҡолһарина башланғысы менән ойошторолдо. Унда хиджама эшләүсе, массаж яһасы, һөлөк һалыусы булараҡ миңә лә ҡатнашырға насип булды.

Беренсе көн Әбйәлил районы Айғырбатҡан ауылында үтте. Унда халыҡ дауалаусылары мастер-кластар күрһәтте, ҡул эштәре йәрминкәһе үтте. Ауыл халҡы ҡорбан салып, табын ойошторҙо.

Икенсе көндө делегация Баймаҡ районы Манһыр ауылына юл тотто. Мөжәүир хәҙрәт музейында булдыҡ, мәсетенә инеп хәйер-саҙаҡа бирҙек, ҡәберенә зыярат ҡылдыҡ. Артабан тағы оҫталыҡ дәресе үтте. Килгән халыҡҡа ҡот ҡойҙортоу, тел -теш ҡырҡыу, массаж эшләтеү мөмкинселеге булды.

Сара бик матур ойошторолғайны. Халыҡ дауалаусылары менән аралашып, тәжрибә уртаҡлашып ҡайттыҡ. Әйткәндәй, мин халыҡты массаж эшләп ҡыуандырһам, Ергән ҡасабыһынан Зөлфиә ханым

Йосопова балаларҙы доға менән өшкөрҙө.

Гөлсимә ИҪӘНҒОЛОВА.

Автор фотоһы.

Халыҡ дауалаусылары бергә йыйылды
Халыҡ дауалаусылары бергә йыйылды
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас