

Иртән менән тороп йылмай һәм тәҙрәңде ҡояшҡа ас, йортҡа бәхет килер.
Һүгенмәй, асыуланмай, бисмиллалап ҡына бешер – аш-һыу татлы булыр.
Йорт-ҡураң таҙа,бөхтә булһын — бәрәкәт килер.
Кейемдәрҙе таҫлап урынына һалығыҙ— һаулыҡ артыр.
Тәҙрәләрегеҙҙе, көҙгөләрҙе һөртөп тор — фәрештәләр килеп ҡуныр.
Оло юлға сыҡҡанда доғаларыңды уҡып сыҡ, кире ҡабат кереп йөрөмә — юлың уңыр.
Гөлдәр үҫтер йортоңда йәм булыр.
Асыуланған ваҡытта һыуыҡ һыу менән сайҡан — баҫылырһың.
Аҡсаңды алған көнөңдә өйҙә ҡундыр — бәрәкәтле булыр.
Ҡунаҡ үҙенең алып килгән күстәнәсенән ауыҙ итһә, ғүмере оҙон булыр.
Эске кейемде кеше күҙенән йәшереп элегеҙ, күҙгә бәрелмәһен, шәхси энергия үҙегеҙҙә ҡалыр.
Оҡшамаған кешенән бер нимәлә алмағыҙ, көсөгөҙ үҙегеҙҙән китмәҫ.
Ирегеҙ менән үтә яҡын серҙәрегеҙҙе кешегә һөйләмәгеҙ, арағыҙҙы һыуыныр.
Үҙегеҙ йоҡлаған түшәктә башҡаларҙы йоҡлатмағыҙ, аралар боҙолор.