Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
20 Июль 2022, 05:07

Тәмле окрошко!

Эҫе көндәрҙә, бесәндән һуң һыуыҡ ҡына ризыҡ бик тә ярап ҡала.  Ә һеҙ бына окрошко яһайғыҙмы?! Бына бик еңел генә рецепт:

Тәмле окрошко!Тәмле окрошко!
Тәмле окрошко!

Эҫе көндәрҙә, бесәндән һуң һыуыҡ ҡына ризыҡ бик тә ярап ҡала.  Ә һеҙ бына окрошко яһайғыҙмы?! Бына бик еңел генә рецепт:

 

600 мл кефир

350 мл минераль һыу ( мөмкин кеүәҫ)

3 йомортҡа

1 ҡыяр

1-3 картуф

3 һыйыр итенән сосиска

Укроп, йәшел һуған, үҙегеҙ тәменә ҡарап тоҙ, борос һалығыҙ

 

Картуфты йыуып,бешереп алабыҙ,шулай уҡ йомортҡа һәм сосискаларҙы ла. Шунан ингредиентларҙы шаҡмаҡлап турап кәстрүлгә һалабыҙ. Артабан һыуыҡ кефир һалабыҙ,унан газлы минераль һыуын ҡоябыҙ (йәки кеүәҫ) . Тәменә ҡарап тоҙ, борос, йәшел һуған өҫтәйбеҙ һәм болғатабыҙ. Яһап бөткәс 10-15 минутҡа һыуытҡысҡа оҙатабыҙ!

 

Аштарығыҙ тәмле булһын дуҫтар!  

 

Динара МӘҠСҮТОВА

Автор:Динара Максютова
Читайте нас