

Буҙа өсөн: 10 литр һыуға 900 грамм һоло ярмаһы (булмаһа, «Геркулес» ярмаһы), 500 грамм арыш оно, 200-300 грамм малдың эс майы, 1 стакан шәкәр, әсетер өсөн 1 литр ҡымыҙ (ҡомалаҡ әсеткеһе, сүпрә менән алмаштырырға мөмкин) кәрәк.
Боронғоса ошолай әҙерләнгән : һоло ярмаһын мейестә талғын ғына утта ҡурмас кеүек ҡурабыҙ, көймәһен өсөн болғап торабыҙ. Ул көрән төҫкә инергә тейеш. Таҙартылған һоло ярмаһын, тарттырғыста йә булмаһа бер нисә ҡат ит турағыстан үткәрергә мөмкин. Һоло тапмаһағыҙ, «Геркулес» ярмаһын алабыҙ.
Ҡаҙанды эс майы менән майлайбыҙ ҙа, төбөнә йәбешмәһен өсөн ҡайнаған һыу ҡоябыҙ. Үткәрелгән һоло ярмаһын, һалҡын һыу һалып бутайбыҙ ҙа яйлап ҡайнап торған һыуға төшөрәбеҙ. Талғын ғына утта сәғәт ярым («Геркулес» ярмаһын 40 минут самаһы) ҡайнатабыҙ.
Эс майын табала иретеп һөҙәбеҙ, ҡайнап торған эсемлеккә шәкәр өҫтәйбеҙ. 10 – 15 минут ҡайнатырға кәрәк.
Һалҡынайғас, ярты балғалаҡ сүпрә һалып болғатабыҙ ҙа, шунан һауытта көпләп, йылы урынға бер-ике көнгә ултыртабыҙ. Күперә башлаған саҡта болғатып, он иләге аша үткәреп һөҙәбеҙ.
Әскелтем генә шифалы буҙаны тәмләп эсеп ҡарайбыҙ. Татлы булһын өсөн шәкәр өҫтәргә мөмкин. Буҙа оҙаҡ һаҡланмай, һыуытҡыста аҙна-ун көн тоталар.