Көнгәк
+21 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
25 Июля 2022, 05:17

Ҡояш кеүек берәү генә ул беҙҙең әсәй!

Тормошобоҙҙа әсәйебеҙҙең роле иҫ киткес ҙур. Ҡәҙерле кешебеҙҙең йылмайыуын донъялағы бер ниндәй байлыҡҡа ла, хазинаға ла тиңләштерерлек түгел. ”Балам”тип өҙөлөп тороуы беҙҙең өсөн иң ҙур бәхет тойғоһон бирә. Әсәйебеҙ Рәйлә Кинйәғәли ҡыҙы Әсләмова гүзәл Ағиҙел буйында урынлашҡан йәмле ауылдарҙың береһе Һыртланда тыуып уҫкән. Ул ниндәй генә эшкә тотонһа ла, сынъяһау итеп эшләп ҡуя. Үҙенә маҡсат итеп алғанды еренә еткерергә, ниәтләгәнен бойомға ашырырға бала саҡтан уҡ ғәҙәтләнгән. Һөйөклөбөҙ шундай тыныс холоҡло, алсаҡ һәм ярҙамсыл кеше. Беҙгә, балаларына ғына түгел, бөтә туғандарға, күрше-тирәгә, ауылдаштарына берҙәй яғымлы, иғтибарлы, изгелекле ул.

Ҡояш кеүек берәү генә ул беҙҙең әсәй!Ҡояш кеүек берәү генә ул беҙҙең әсәй!
Ҡояш кеүек берәү генә ул беҙҙең әсәй!

 

Яҙмышының аяуһыҙ елдәрен, тормошоноң ҡатмарлы хәл-ваҡиғаларын да тап үҙенең күңел йылыһы, сабырлығы, кешелеклелеге менән еңеп сыҡҡан. Беҙҙә лә булмышындағы иң күркәм сифаттарын тәрбиәләргә, дөрөҫ юл күрһәтергә, яҡшыны ямандан айырырға өйрәтергә тырышты, изге эштәргә фатихаһын бирҙе.

Әсә, әсәй... Ниндәй тылсымлы һүҙ ул. Ошо бәләкәй генә һүҙҙә әсәйебеҙҙә булған бөтә яҡшылыҡ, йылылыҡ, наҙ, һөйөү һәм матурлыҡ һыйған. Ул булғанға ғына беҙ, үҙ аллы тормошта күптән ныҡлы баҫып торған ҡыҙы һәм улы, үҙебеҙҙе бала итеп тоябыҙ. Яҡлаусыбыҙ, һаҡлаусыбыҙ, ҡурсалаусыбыҙ, терәгебеҙ, таянысыбыҙ барлығын беләбеҙ.

Тормошобоҙҙа осраған аҙ ғына ҡыйынлыҡтар ҙа әсәйҙе күҙ алдына килтереү менән үҙенән үҙе юҡҡа сыҡҡан сыҡҡан һымаҡ. Сөнки уның бар теләгәне – изгелек.  

Ниндәй генә заманды алма, ҡәҙерлебеҙ беҙҙе үҙ аллы тормош юлына лайыҡлы баҫтырыуға, рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлауға етди иғтибар бирҙе. Бала сағыбыҙҙы бәхетле итте. Гел яҡшылыҡҡа, изгелеккә өйрәтте. Тап уның өгөт-нәсихәттәре, фәһемле кәңәштәре менән ҡанаттарыбыҙҙы нығыттыҡ. Уның йәшәү өлгөһө аша бөгөн маҡсаттар ҡуябыҙ. Шуға ла әсәйебеҙ булғанға ғына донъя яҡты, ҡояш гел нурын йомарт өләшкән кеүек.

Иң яҡшыһы, иң матуры, иң егәрлеһе беҙҙең әсәй тиһәк, бер ҙә арттырыу булмаҫ. Бәләкәй саҡтан уҡ уның тик ултырғанын күргәнебеҙ булманы. Һәр саҡ ул нимә менәндер мәшғүл ине. Ҡулынан килмәгән эше юҡ уның. Мал-тыуар ҙа, ҡош-ҡорт та аҫрай, баҡса ла үҫтерә. Эш араһында аҙға ғына ултырырға тура килһә, ҡулына бәйләмен ала. Бынан тыш ауылдың йәмәғәт эшендә ҡатнашырға ла форсат таба.

Әсәйебеҙ йылмайһа, бар донъя яҡтырып киткәндәй, ҡояш та сағыуыраҡ балҡыған кеүек. Йәйҙең бар гүзәлеген, йылыһын, байлығын йыйған июлдә тыуғанғалыр, уның күңеле лә ошо ай һымаҡ матур, бай һәм киң.

Ҡәҙерле әсәй! Һине тыуған көнөң менән ҡотлайбыҙ һәм иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Беҙгә күрһәткән игелегең, наҙың, һөйөүең үҙеңә мең мәртәбә артып әйләнеп ҡайтһын. Һиңә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм күңел тыныслығы теләйбеҙ. Өйөң һәр ваҡыт именлек, муллыҡ һәм бәхеттән балҡып торһон. Беҙгә күркәм тәрбиә биргәнең, яҡты маяҡ булғаның өсөн һиң ғүмер буйы рәхмәтлебеҙ.

Иң изге теләктәр һәм ҡотлау менән улың Илназ, киленең Розалия, ҡыҙың Илнара, кейәүең Руслан, ейәнсәрең Розалина.

Ҡояш кеүек берәү генә ул беҙҙең әсәй!
Ҡояш кеүек берәү генә ул беҙҙең әсәй!
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас