

Ҡаҡ ҡойоу өсөн еләкте таҙартырға һәм һалҡын һыуҙа яҡшы итеп йыуырға кәрәк. Юлдан йыраҡта, тау битләүенән йыйһағыҙ, сайҡатмаһаң да була. Шунан блендер менән иҙеп, тәменә ҡарап шәкәр өҫтәргә. Ит турағыстан үткәрһәгеҙ ҙә була. Килеп сыҡҡан массаны кәстрүлгә һалып, 1 – 2 минут ҡына бешереп алырға ла табаға тигеҙ итеп йәйеп һалып, ҡулға йәбешмәҫлек хәлгә еткергәнсе киптерергә. Ипләп кенә пергамент ҡағыҙын ҡаҡ менән бергә әйләндерергә һәм айырып алырға. Ысҡынмаған хәлдә, ситтәрен әҙ генә еүешләргә мөмкин. Әлеге эҫе көндәр ҡаҡ ҡойоу өсөн бигерәк яҡшы. Тиҙ генә кипкән ҡаҡ тәмле була.