

Бесәйҙәрҙе электән тәбиғи табип тип һанайҙар. Улдарҙың мырылдауы нерваларҙы тынысландыра, пусльты нормаға килтерә һәм кәйефте күтәрә. Бесәйҙең йылыһы артрит, ревматизм менән ауырғандарға ярҙам итә.
Бесәйҙәрҙе ниңә уятырға ярамай?!
Бесәйҙе борсорға,уятырға һәм ҡарғышы ярамай. Хатта уның ҡара ҡарғышынан боронғо пәйғәмбәрҙәр ҡурҡҡан. Нух пәйғәмбәрҙең бесәйе булған, ти. Сискән кейеменең өҫтөндә иркәбай йоҡлап киткән. Ул уны уятырға йәлләгән һәм кейемен ҡайсы менән киҫеп алған.
Элек боронғолар икенсе өйгә күскәндә бесәйҙе ҡалдырырға ҡушмағандар. Иң тәүҙә йортҡа бесәй баҫырға тейеш тигәндәр. Ашарға ултырыр алдынан тәүҙә этеңде,шунан бесәйҙе,аҙаҡ үҙең туҡланырға тип әйткәндәр.