

Йоҡоһоҙ кеше йәшәй алмай. Йоҡлаған да йөрәк,баш,үпкә,ашҡаҙан,бөтә тән ял итә. Ә йоҡоһоҙлоҡ бөтә организмға киреһенсә алама йоғонто яһай. Йоҡо туймаған саҡта хәтер насарая, кәйеф төшөнкө була һәм һыу һуламаған, һыу эсә, ашай алмаған кеше кеүек. Әгәрҙә ваҡытында йоҡламау ғәҙәткә инһә, организмға инфекция,һыуыҡ тейеуе еңел һәм ҡаршы тора торған көс кәмей. Тыныс йоҡо, тәмле төштәр булһын өсөн ошондай ҡағиҙәләрҙе ҡулланырға кәрәк: көн һайын бер үк ваҡытта ятырға, кис көнө күп ашамаҫҡа, йоҡо алдынан телевизорҙан ҡурҡыныс, йәки кисерешле фильмдар ҡарамаҫҡа. Тәҙрәләрегеҙҙе асып еләтеп, матурлап йыуынып ятһағыҙ бик һәйбәтерәк булыр ине. Төштәрең татлы булһын дуҫым!
фотоһүрәт: интернет селтәренән