Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
1 Август 2022, 07:06

Эй тәмле ҡаҡ!

Ҡаҡ өсөн ер еләге, ҡарағат, балан, алма, слива алырға кәрәк.  Уны  әҙерләүе бик оҙаҡ һәм ауыр ҙа  түгел....

Эй тәмле ҡаҡ!Эй тәмле ҡаҡ!
Эй тәмле ҡаҡ!

Ҡаҡ өсөн ер еләге, ҡарағат, балан, алма, слива алырға кәрәк.  Уны  әҙерләүе бик оҙаҡ һәм ауыр ҙа  түгел, емеште ике тапҡыр ит турағыстан үткәрәһеңдә һәм  иҙмә әҙерләйҙәр.  Иҙмәне эре иләктән үткәрәләр.  Емеш әсерәк булһа, саҡ ҡына шәкәр ҡушырға мөмкин.  Өҫтөн майлап әҙерләп ҡуйған таҡтаға йоҡа ғына итеп иҙмәне йәйеп һалырға. Артабан, бер нисә көн, ҡояш төшмәгән, тыныс ерҙә киптерергә ҡуйырға кәрәк буласаҡ. Ҡаҡ ҡоро йәки  һынып торорға тейеш түгел. Йәймәне трубочка формаһында төрөп һаҡлайҙар. Тәмле ҡаҡ килеп сығыуын теләйем!

фотоһүрәт интернет селтәренән 

Автор:Динара Максютова
Читайте нас