

Был көндө пәйғәмбәребеҙ салләллааһу ғәләйһи үә сәлләм күберәк ғибәҙәт ҡылған, ураҙа тотҡан. Был хаҡта хәҙис-шәриф тә бар: "Рамаҙан айынан һуң ураҙа тота торған иң яҡшы ай – ул Мөхәррәм айы һәм фарыз намаҙынан һуң иң яҡшыһы - ул төнгө намаҙ ".
Йәнә бер хәҙис-шәрифтә лә әйтелеп үтелә: “Ғәшүрә көнөндә тотҡан ураҙа сәбәбле үткән йылдағы гонаһтарҙы Аллаһы Тәғәлә ғәфү итәр тип хисаплайым (иҫәпләйем)".
Ураҙаны Ғәшүрә көнөндә генә түгел, ә бер нисә көн алдан тота башлаһаҡ, сөннәт ғәмәл булыр. Бигерәк тә мөхәррәмдең 9,10,11-се көндәре яҡшы. Быйыл был көндәр 7, 8, 9 авгусҡа тура килә. Шуға кемдең мөмкинселеге бар, Аллаһы Тәғәләнең ризалығы өсөн ураҙа тотһа, сауапҡа ирешер. Был айҙа шулай уҡ күберәк изге эштәр, изге ғәмәлдәр ҡылыу, Ҡөрьән уҡыу, мохтаждарҙың хәлен белеү, ярҙам итеү хуплана.
Барығыҙға ла сабырлыҡ һәм изге теләктәр менән,
Мәләүез мәсете имам хатибы Зәбир ЯҠШЫЕВ.