

Август айы килеп тә етте. Беҙҙең яҡтарҙа көндәр йылы, сыуаҡ, ҡайһы саҡта эҫе лә булып китә, әммә барыбер көҙ һулышы үҙен һиҙҙерә. Төндәрен һыуыта башланы, иртәләрен яйлап ҡырауҙар төшә. Аҡландағы сәскәләр ҡойола, төҫтәре уңа, ә ағастарҙа һары япраҡтар күренә башланы. Баҫыуҙарҙа иген йыйыу эше тынмай һәм бесән эшләү мәле лә ҡыҙыу бара.
Ҡоштар оҙон сәфәргә йыйына. Һуңлап килгән ҡарлуғастар иң беренсе булып ҡуҙғала. Тик йәй менән хушлашырға ҡала һәм алтын көҙҙө көтөп ҡалабыҙ!
Һау бул йәй! Осрашҡанға тиклем! Беҙ һине һағынып көтөп алырбыҙ!