+14 °С
Болотло
Өйрәтә икән, тимәк, үҙенең өйрәткәнен, әҙәп ҡағиҙәләрен күндәмлек менән көндәлек тормошта ҡуллана белеп йәшәүебеҙҙе теләй. Мосолман әҙәбе ғаиләнән, атай-әсәйҙән килә, пакланып өҫтәл артына килеп ултыра белеү әҙәбенән башлана. Пәйғәмбәребеҙ өҫтәл артына килеп ултырыуҙан алда һәм ашап бөткәндән һуң ҡулды йыуырға өйрәткән. “Шул ваҡытта ғына ризыҡтың бәрәкәте була, төрлө ауырыуҙарға юлыҡмайһың. Ашағандан һуң ҡулын йыумай ятҡан кеше берәй күңелһеҙ хәлгә осраһа, үҙен ғәйепләһен”, - тигән.
Сабырлыҡ һәм күндәмлек – Аллаһтан. Холоҡһоҙ кеше үҙен үҙе ғазапҡа һала. Ҡайғыһы күп кешенең тәне лә сәләмәт була алмай. Ыҙғышып торған кешенең ҡәҙере лә юҡ. Ундайҙар үҙҙәрен генә түгел, дуҫ-иштәрен дә бәләгә юлыҡтыра.
Дини календарҙан.