Яңылыҡтар
3 Августа 2022, 09:27

Матурлыҡ ҡул аҫтында

Күҙҙәр ҡыҙарып торған саҡта, аҡ сәскә, йә укроп орлоғо менән йыуыу файҙалы. Күҙ аҫты ҡарайып, ҡабаҡтары шешмәкләнгән сағында бешкән картуф ярҙам итер. Һуынғас уртаға ҡырҡып 30-40 минутҡа күҙҙәргә һалырға. Шулай уҡ, ныҡлап һыуытылған пакетлы сәйҙе күҙ ҡабағына бер нисә минутҡа һалып тороу кәңәш ителә.Петрушка үләненән эшләнгән компресс ҡуланырға мөмкин.

Матурлыҡ ҡул аҫтындаМатурлыҡ ҡул аҫтында
Матурлыҡ ҡул аҫтында

Матурлыҡ ҡул аҫтында

  1. Күҙҙәр ҡыҙарып торған саҡта, аҡ сәскә, йә укроп орлоғо менән йыуыу файҙалы. Күҙ аҫты ҡарайып, ҡабаҡтары шешмәкләнгән сағында бешкән картуф ярҙам итер. Һуынғас уртаға ҡырҡып 30-40 минутҡа күҙҙәргә һалырға. Шулай уҡ, ныҡлап һыуытылған пакетлы сәйҙе күҙ ҡабағына бер нисә минутҡа һалып тороу кәңәш ителә.Петрушка үләненән эшләнгән компресс ҡуланырға мөмкин.
  2. Ярылған ирендәргә төнгөлөккә бал,ҡыяр йә кишер һутын һөртөп ятыу файҙалы.
  3. Аяҡтар тирләгәндән һуң иртәле-кисле һалҡынса тоҙло һыу менән йыуырға кәрәк.
  4. Артыҡ тир бүленгәндәргә лимон һуты менән һөртөнөү ярҙам итер.
  5. Балсыҡтан яһалған маска, биттәге артыҡ майҙарҙы кәметә.  
Автор:Динара Максютова
Читайте нас