Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
3 Август 2022, 10:17

Радий Хәбиров: Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров М.Шайморатов исемендәге Башҡорт мотоуҡсылар батальоны яугирҙәренең хәлен белеште.

Радий Хәбиров: Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!Радий Хәбиров: Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!
Радий Хәбиров: Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров М.Шайморатов исемендәге Башҡорт мотоуҡсылар батальоны яугирҙәренең хәлен белеште. Был турала ул социаль селтәрҙә:

“Бөгөн беҙ Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Башҡорт мотоуҡсылар батальонының хәрби әҙерлек үтеү урынына килдек.

Беҙҙең яугирҙәр – күп быуаттар буйына тыуған ерен һаҡлаған яугирҙәр тоҡомынан. Һәм һуғыштарҙа еңә инеләр. Хәҙер ҙә шулай булыр, тип ышанам.

Егеттәргә – афарин, ҡуйылған бурыстарҙы үтәй. Командирҙар уларҙы маҡтай, был бик мөһим.

Беҙ үҙ яғыбыҙҙан был батальонды һәм Александр Доставалов исемендәге батальонды кейем, аяҡ кейеме, аҙыҡ-түлек, медикаменттар менән тәьмин иттек. Туғандары һәм яҡындары менән бәйләнешкә сыҡтыҡ, уларҙың өйҙәренең тылын ҡаплайбыҙ.

Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!” – тип яҙҙы.

Фото: "Бәйләнештә" селтәренән. 

Радий Хәбиров: Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!
Радий Хәбиров: Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас