Конгэк
+14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Август , 07:00

Үҙең яратһаң, хөрмәт итһәң, һине лә яратырҙар, хөрмәт итерҙәр

Үҙенең ғаилә тормошонан арыған йәш ҡатын ирен үлтерергә була. Иртән әсәһе янына килә лә:

Үҙең яратһаң, хөрмәт итһәң, һине лә яратырҙар, хөрмәт итерҙәр
Үҙең яратһаң, хөрмәт итһәң, һине лә яратырҙар, хөрмәт итерҙәр

- Башҡаса уның ахмаҡ ҡылыҡтарына түҙер әмәлем ҡалманы. Уны “теге донъя”ға оҙатырға булдым, тик уның өсөн яза биреүҙәренән ҡурҡам. Һин миңә ярҙам итә алмаҫһыңмы икән, әсәй? – тигән.

Әсәһе:

- Ярай, ҡыҙым, ярҙам итермен. Тик бының өсөн бик мөһим булмаған бер нисә эште үтәргә кәрәк булыр, - тигән.

- Ниндәй эш ҡушһаң да эшләйем, - тип ризалашҡан ҡыҙы.

- Уның үлемендә һине ғәйепләмәһендәр өсөн, иң беренсе, ирең менән дуҫлашырға кәрәк. Икенсенән, йәш һәм матур булып күренергә тырыш, үҙеңде ҡара. Өсөнсөнән, уны хәстәрлә, рәхмәтле бул. Дүртенсенән, түҙемлелегеңде, яратыуыңды, көнләшмәүеңде, уны тыңлауыңды күрһәт. Бишенсенән, үҙеңдең мөлкәтеңде дөйөм мәнфәғәттә тотонорға һаранланма, ул һиңә аҡса бирмәһә, асыуланма. Алтынсынан, тауышыңды күтәрмә, киреһенсә, уның үлеменән һуң һиңә шик төшмәһен өсөн ғаиләлә татыулыҡ, берҙәмлек хисе булдыр. Ошоларҙы үтәй алырһыңмы? – тип һораған әсәһе.

- Эйе, әлбиттә, - тигән ҡыҙы.

- Ярай. Бына ошо онтаҡты яйлап ҡына ашына һалырһың, ағыу уны яйлап ҡына үлтерер, - тигән.

Бер айҙан һуң йәш ҡатын тағы әсәһе янына килгән:

- Әсәй, мин үлтермәҫкә булдым. Уны мин элеккесә ярата башланым. Ул тулыһынса үҙгәрҙе, миңә ҡарата хәстәрле, иғтибарлы була башланы. Хәҙер ни эшләргә? Ағыуҙың йоғонтоһонан уны нисек һаҡларға? Зинһар, ярҙам ит!..- тип үтенгән.

- Борсолма, ҡыҙым. Мин һиңә аш тәмләткес кенә бирҙем, куркума ине ул. Дөрөҫөн әйткәндә, ирең менән бергә йәшәгән ваҡытта һин үҙең ағыу булдың. Уны ярата, хөрмәт итә башлағас ҡына уның яҡшы яҡҡа үҙгәреүен күрҙең. Иребеҙгә ниндәй мөғәмәләлә булһаҡ, улар ҙа беҙгә шундай мөнәсәбәт күрһәтеүен аңлауың бик яҡшы, - тигән әсәһе...

Лена АБДРАХМАНОВА тәржемәһе.

Үҙең яратһаң, хөрмәт итһәң, һине лә яратырҙар, хөрмәт итерҙәр
Үҙең яратһаң, хөрмәт итһәң, һине лә яратырҙар, хөрмәт итерҙәр
Автор:Лена Абдрахманова