+9 °С
Болотло
Тәүбә ҡылыу доғаһы – ул гонаһтарыбыҙ өсөн Аллаһтан ғәфү итеүен һорау
Мөхәммәт пәйғәмбәр вафат булыр алдынан ошо һүҙҙәрҙе йыш әйткән:
“Собханаллаһи үә бихәмдиһи. Әстәғәфируллаһә үә әтүүбү иләйһи”
“Аллаһы Тәғәлә һәр төрлө кәмселектәрҙән пак. Уға маҡтау булһын. Хоҙайға тәүбә һәм истиғфар ҡылам”.
استغفر الله العظيم و اتوب اليه
Әстәгъфируллаһүл-газ̣ыйм вә әтүбү иләйһи.
Бөйөк Аллаһтан гонаһтарымды ғәфү итеүен һорайым.
Мөхәммәт салләллаһу галәйһи вә сәлләм әлеге һүҙҙәрҙе көнөнә 100 тапҡыр әйткән.
Тәүбә ҡылыуҙың ИКЕ ШАРТы бар. Улар:
1. Тәүбә ҡылған кеше гонаһтары өсөн ихластан үкенергә тейеш.
2. Аллаһтан ҡурҡып, гонаһ ҡылыуҙан туҡтарға һәм уларға башҡа ҡайтмаҫҡа тейеш.
Тәүбә ҡылыуҙың намаҙы ла бар!