

Әҙәпле, намыҫлы кеше, дуҫтарының уңышын күреп, үҙе лә шатлана белә. Бер ҡасан да көнләшмәй. Әҙәпле һәм намыҫлы кеше ата-әсәһе, олатай-өләсәйҙәренең хеҙмәтенең ҡәҙерен белә, ихтирам итә. Үҙе лә эш һөйә.
Намҫлы кешегә һәр саҡ таянырға була. Шуға күрә ундай кешене хөрмәт итәләр, уға ышаналар.