ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Август 2022, 07:00

Сәләмәтлек һәм оҙон ғүмер һабаҡтары

Зирәклегеңде юғалтҡың килмәһә, күберәк һыу эсергә кәрәк. Олоғая килә хәтере насарайыуының төп сәбәптәренең береһе – организмға һыу етмәүе.

Сәләмәтлек һәм оҙон ғүмер һабаҡтары
Сәләмәтлек һәм оҙон ғүмер һабаҡтары

Баҡһаң, 50 йәштән һуң кешеләр һыу эсмәй башлай, дөрөҫөрәге уға ихтыяж кәмей. Эскеһе килмәгәс, уның хаҡында уйлап та бирмәйҙәр икән. Шуға күрә ғаиләгеҙҙә оло йәштәгеләр булһа, даими рәүештә һыу тәҡдим итегеҙ. Иҫенә төшөргән кеше булмаһа, улар был хаҡта оноторға мөмкин. Ә һыу етмәүҙең организмға зыяны бик ҙур. Тап шул сәбәпле ҡан баҫымы күтәрелә, пульс арта, аң бутала, хатта йөрәк эшмәкәрлеге боҙола. Тәү ҡарамаҡҡа сәләмәт булып күренһәләр ҙә, организмдың химия реакцияһында һәм ағзалар эшмәкәрлегендә ныҡ сағыла. Әгәр ҙә эргәгеҙҙәге оло кеше бер сәбәпһеҙ борсоулы, арыған, хәлһеҙ, тиҙ ҡыҙыусан булып күренһә, былар – уға һыу етмәүҙең төп билдәләре.

Һыу эске килмәү яҡшы түгел, шуға күрә оло йәштәге туғанығыҙҙы көсләп булһа эсерергә өйрәтегеҙ, үҙегеҙ ҙә ғәҙәтләнегеҙ. Һыу, һут, һөт, аш эсегеҙ, ҡарбуз, ҡауын, персик, ананас, әфлисун, мандарин кеүек һыуға бай емеш-еләк ашағыҙ. Ғөмүмән, һәр ике сәғәт һайын нимә булһа ла эсереү кәрәк. 

Сәләмәтлек һәм оҙон ғүмер һабаҡтары
Сәләмәтлек һәм оҙон ғүмер һабаҡтары
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: