

Сәскә күл
Был күл Үрге Юлдаш һәм Нурдәүләт ауылдары араһында урынлашҡан. Борон уның тирәләп бейек зәңгәр сәскәләр үҫкән. Уларҙың күләгәһе хатта һыуға төшөп торған. Шуға ла уны халыҡ Сәскәгүл тип атаған.
Әҡсән күле
Уның атамаһы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Әҡсән бабай исеменән алынған. Күл Үҙәк урамдың уртаһынан урын алған. Уның ярында йәшәгән фронтовик балыҡ тоторға яратҡан. Һөйләүҙәренсә, был күлдә бик күп булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҙ көнө Барса күленән һыу килмәгәнгә күрә ул бөгөн ҡороған. Уның урынында ағастар үҫә, ҡыш көнө балалар сана шыуырға ярата.
Түңәрәк күл
Ауылдың көньяҡ-көнбайышында юл аша Төлкө өңө тип аталған ҡыуаҡлыҡҡа ҡаршы урынлашҡан. Формаһы буйынса түңәрәк булғанға ла уға шундай исем биргәдәр. Был күл Барсаға иң яҡыны. Ә Барса - трасса аша тауҙа. Йыл һайын яҙ еткәс ауыл яғына йылға булып аға һәм иң беренсе Түңәрәк күлгә ҡоя.
Оҙонгүл
Ни өсөн был исемде йөрөтөүе атамаһынан уҡ күренә. Ул ауылдағы күлдәр араһында иң оҙоно. 3800 метрға тиклем һуҙылған. Ауылдың көньяғында Сәскә күленә яҡын урынлашҡан. Унда балыҡ тоталар, кәмәлә йөрөйҙәр, ярында ял итергә яраталар.
Һыйырбатҡан күле
Был күл ауыл һәм Салауат ҡалаһы араһында. Ҡасандыр унда һыйыр батҡан. Шуға күрә уны халыҡ шулай тип йөрөтә. Күл янында бөгөн яңы йорттар төҙөлә.
Ҡарамалыкүл
Янында ҡарама ағасы үҫкәнгә күрә уны Ҡарамалы күл тип атайҙар. Ул Үрге Юлдашҡа ярайһы алыҫ ҡына урынлашҡан. Велосипедта йөрөгәндә яҙ көнө унда аҡҡоштар йөҙөүен күрҙем. Үҙем уны хәҙер Аҡҡош күле тип йөрөтәм.
Уҫаҡкүл
Уҫаҡкүл Ҡарамалыкүл янында. Уның эргәһендә уҫаҡ күпләп үҫкәнгә күрә шулай тип атағандар.
Баҡакүл
Исеме үк әйтеп тора ни өсөн баҡа күле тигәндәре. Унда, ысынлап та, баҡа күп. Йәйге тыныс кистәрҙә уларҙың тауышы ауылға тиклем килеп етә.
Был күлдәрҙең атамаһын өйрәнеү минең өсөн бик мауыҡтырғыс булды. Был тикшеренеү эшемдә миңә ауыл халҡы ярҙам итте. Күлдәр ҡайһыныһы ҡайҙа урынлашҡанын күҙ алдында ҡалдырыр өсөн һәр береһен фотоға төшөрҙөм.
Лилиә АСҠАРОВА.
Автор фотоһы.