

Үткән шәмбелә Ужа йылғаһы буйында “Һаумыһығыҙ ауылдаштар!” байрамы үткәрелде. Динис Бүләков һәм Мәктәп тыҡрығы, Йәштәр, Гагарин урамы, Миңләхмәт Йомағолов менән Үҙәк, Уң яр һәм Һул яр урамы халҡы ҡунаҡҡа ҡайтҡан яҡташтарҙы йылы итеп ҡаршы алды. Табында тәмле бешерелгән аш-һыуҙары, оҫта эшләнелгән ҡул эштәре күҙҙең яуын ала ине. Байрам уҙған яланды Фәнил Яманаевтың матур картиналары биҙәне.
Ситтән килгән ҡунаҡтар: Салават Юлаев ордены кавалеры, ауылдың тәүге почетлы гражданины, “Сәғирә” мәсетенә нигеҙ һалған Закир Бикбулатов һәм тормош иптәше Нажиә ханым, Башҡортостан Республикаһы Сауҙа һәм хеҙмәт министры урынбаҫары Илһам Бикбулатов, Нөгөш һандуғасы, Мәләүез ғорурлығы, Рәсәй Федерацияһы атҡаҙанған, Башҡортостан Республикаһы халыҡ артисы Тәнзилә Үҙәнбаева, танылған йырсы, яҡташыбыҙ, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге башҡорт дәүләт филармонияһының алмаштырғыһыҙ алып барыусыһы, Башҡортостан Республикаһы халыҡ артисы Әнисә Яхина, танылған яҡташыбыҙ, ғалим, тарих фәндәре докторы Усман Ғайсин, шулай уҡ Башҡорт дәүләт университеты тарих фәндәре кандидаты Рәйлә Бикбаева һәм филология фәндәре кандидаты Гөлнара Басирова, Мәләүез районы Советы секретары Лилиә Һөйәрғолова, район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге етәксеһе Ринат Бикбулатов, мәҙәни - ял үҙәге директоры Ләйсән Йәмилева, Росреестрҙың Мәләүез бүлеге етәксеһе Әхмәт Әбдрәшитов, билдәле журналист Тәлғәт Шаһманов ауыл халҡының эштәрен баһаланы, бешергән ризыҡтарына ауыҙ итте.
Сараға килеүселәрҙе Арыҫлан ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Айрат Шәйәхмәтов сәләмләне.
Данлы шәхестәр менән танылған ауылды килгән ҡунаҡтар ҡотлап сыҡты. Иң оло хөрмәт – оло быуын вәкилдәренә күрһәтелде. Байрамдың тәүге номинацияһы “Ауылдың иң оло кешһе”. Уға 95 йәшлек юбилейын билдәләгән ағинәй Флүрә Фәйзуллина һәм 90 йәшлек Шамил Әбдрәшитов, Мәреүәр Абдуллина лайыҡ булды. Район хакимиәте башлығы исеменән район Советы секретары Лилиә Һөйәрғолова йылы һүҙҙәрен еткереп, ауыл старостаһы Әхәт Иманғоловты, депутат Азамат Хөсәйеновты, Арыҫлан ауыл хакимиәте белгесе Эльза Татлыбаеваны Маҡтау грамотаһы менән бүләкләне. Милләтебеҙҙе рухи яҡтан үҫтереүҙәге уңыштары, башҡорт мәҙәниәтен, телен,тарихын тергеҙеүгә һәм үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн Арыҫлан ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Айрат Шәйәхмәтов, ауыл китапханаһы мөдире Зәлиә Байгильдина, мәҙәниәт хеҙмәткәре Зәлиә Йәнбирҙина, “Смаҡ” китабы авторы Ришат Әсмәндияров Мәләүез район башҡорттары ҡоролтайы Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде. Ауыл һәр ваҡыт күп балалы, талантлы ғаиләләре менән дан ала. Бөгөн Смаҡта республика етәкселеге ҡулынан миҙал алған 4 әсә йәшәй. Гөлйемеш Аҫылбаева, Рәсимә Шаһманова, Фирүзә Сафина, Зәлиә Байгилдина тормош иптәштәре менән тәртипле балалар үҫтергән, бар яҡтан да өлгөлө ғаилә булып тора. “Ауылдың иң кескәй гражданины” номинацияһына Гөлназ менән Азамат Юлмөхәмәтовтың ҡыҙҙары Амелия һәм Әлиә менән Артур Абдуллиндарҙың улы Айҙар лайыҡ булды. “Ауылым патриоты” маҡтаулы исемен Арыҫлан ауылы советы кураторы, район хакимиәте архив бүлеге начальнигы, “атайсалым” тип янып йөрөүсе, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙған, күп саралар ҙа спонсор булып сығыш яһаған Илмира Фәйзуллина яуланы. “Ауылдың почетлы гражданины” исеме Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Ғәлиә Татлыбаеваға бирелде. Ул ауыл халҡы менән бик әүҙем эш алып бара, ауыл мәсетендә, мәҙәниәт өлкәһендә, район күләмендә ауыл данын яҡлай, бар сараларҙа халыҡты ойоштороп йөрөгән иң әүҙем апайҙарҙың береһе.
“Ауылым ғорурлығы һәм даны” номинацияһында Рәсәй чемпиондарын әҙерләгән юғары категориялы тренер Илмир Юлмөхәмәтов, 35 йыл сәхнәлә Динис Бүләков исемендәге мәктәптең “Нөгөш ынйылары” өлгөлө фольклор төркөмөн етәкләгән, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлсөм Хисаметдинова һәм үҙешмәкәр композитор, шағир, йырсы, Булат Рафиҡов исемендәге премия лауреаты, бик күп мәртәбәле конкурстар еңеүсеһе Фәнил Яманаев тәбрикләнде.
Матурлыҡҡа ғашиҡ булған гүзәл заттарҙы ла бүләкләп үттеләр. Йорт тирәһендә иң күркәм сәскә баҡсаһы үҫтергән Сәүиә Таштимерова, Зилә Мәҡсүтова, Рәмзилә Иманғолова һәм Рима Әлмөхәмәтова булып сыҡты. “Өлгөлө йорт” номинацияһында Гөлбаныу Хәйбуллина, Альмира һәм Юлай Фәйзуллиндар, Рәзилә һәм Рәфис Шәриповтар, Ләлә һәм Рафаэль Ғәлимовтар бүләкләнде. 50 йыл тормош көткән, ауылды йәмләп, матур йорт төҙөп, йәштәргә өлгө булып, донъяларын гөл-сәскәгә күмеп йәшәгән Әсмә һәм Рәшит Әлмөхәмәтовтарҙы һәм 30 йыл бергә йәшәү юбилейын билдәләгән Рәсилә һәм Азамат Хөсәйеновтарҙы ҡотланылар. 80 йәшен тултырған ветеран уҡытыусылар Зимфира Аҫылғужина һәм Тимергөл Ғәлимова иғтибарһыҙ ҡалманы. Күп йылдар ауыл халҡы һаулығын һаҡлаған фельдшер, хөрмәтле Рауза Смаҡованың эшендә ауылдаштары юғары баһаланы. 75 йәшлек юбилейын билдәләгән Нөгөш колхозы ветераны Фәрит Шаһмановты ла ҡотлап үттеләр. Йыйында әүҙем ҡатнашҡан һәм һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙған спонсорҙар: Фәнис Ибраһимов, Руслан Әлимғужин, Булат Хөсәйенов, Наил Туҡаев, Рәмзиә Һатыбалдина, Илмира Фәйзуллина, Илгиз Фәйзуллин, Илдус Смаҡов, Фәнзилә Юлғотлина, Илшат Бикбулатов, Альмира һәм Азат Смаҡовтарға Рәхмәт хаттары тапшырылды. “Өлгөлө урам” номинацияһына Уң һәм Һул яр урамдары лайыҡ булды. Ойоштороуҙа ярҙам күрһәткәндәрҙә иғтибарһыҙ ҡалманы.
Сара сағыу уҙҙы, төрлө уйындар ҙа үткәрелде. Киске уйында Өфөнән билдәле артистар Сәйет Билалов, Марсель Ҡотоев үҙ йырҙары менән ҡыуандырып бейетте.
“Һаумыһығыҙ, ауылдаштар” осрашыуы халыҡтың хәтерендә ҡалыр һәм күңелдәрендә оҙаҡ һаҡланыр, тип уйлайым.