

Был хужабикәләр өсөн бик уңайлы һауыт. Һөт йәки бер ҡайҙа барған да шул пластик һауытҡа тултырып алабыҙ. Ғалимдар фекеренсә, бер тапҡыр асылған пластик шешәне яңынан ҡулланырға ярамай. Буш шешә эсендә тиҙ арала күҙгә күренмәгән бәләкәс зарарлы микробтар барлыҡҡа килә. Иң ҡурҡынысы – норовирус. Шешәне нисек кенә тырышып йыума, ә микробтар үрсеп тора.
Кеше һиҙмәҫтән ағыуланырға мөмкин. Шулай итеп, пластик шешәне бер нисә тапҡыр йыуып, ҡайнаған һыу аҫтында тоторға ярамай. Был осраҡта унан ағыулы химик матдәләр бүленеп сыға.