Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Август 2022, 06:39

Тыуған ерҙең тартыу көсө

Күрше булып йәшәгәндә аралашыуыбыҙ “һаумы-иҫәнме”нән артмағайны был оло йәштәге апай менән. Күсеп киткәс иһә урамда осрашҡан һайын күптәнге дуҫтар кеүек ҡосаҡлашып күрештек. Быға тиклем йомоҡ-йомаҡ кеүек күренгән апай, киреһенсә, бик ихлас, һүҙсән булып сыҡты, осрашҡан һайын үҙенә ҡунаҡҡа саҡырҙы. Етмеште күптән артмаҡһа ла бик йәш күренә ул. Һәр ваҡыт зауыҡлы кейенеүе, дөрөҫөрәге, ғәҙәти булмаған, хатта экстравагант кейемдәре менән урындағы ҡатын-ҡыҙҙарҙан бер аҙ айырыла кеүек тойола ине. Баҡһаң, ысынында ла, беҙҙең ҡалала йәшәүенә тиҫтә йыл да юҡ икән.

Тыуған ерҙең тартыу көсө
Тыуған ерҙең тартыу көсө

 

Бик йәшләй айырылған ул тыуған төйәгенән. Илле йылға яҡын сит тарафта көн күргән, ят милләт кешеһенә тормошҡа сыҡҡан. Әсәһе, яҡындары иҫән булғанда яңғыҙы булһа ла ике-өс йылға бер ҡайтып, тәпәй баҫҡан ғәзиз еренең еҫен еҫкәп, һауаһын һулап китер булған. Тыуған йортоноң нигеҙе сереп, урынына һеңә барған һайын, тәүҙә әсәһе, һуңынан ике апаһы ер ҡуйынына инеп ятҡас, төбәп кенә ҡайтыр кешеһе булманы - шуның менән кендек ҡаны тамған изге ере менән бәйләгән ептәр ҙә өҙөлгән.

-Күңел яраларымды эш менән баҫтым. Көн тимәнем, төн тимәнем, ҡайҙа ҡушһалар шунда баш баҫып эшләп тик йөрөнөм. Тырыш хеҙмәтемде күрмәй ҡалманылар, әлбиттә, - үҙем эшләгән ҙур предприятиела лайыҡлы абруй, хөрмәт яуланым. Мине өлгө итеп ҡуйҙылар, фотоһүрәтем Маҡтау таҡтаһынан төшмәне. Надежда Александровна тип, өҙөлөп торҙолар. Ысын исемем, әлбиттә, минең улай түгел. Тик әсәйем ҡушҡан исем менән бер кем дә атаманы мине ситтә. Әйтеүгә бер ҙә ауыр булмаһа ла, әйҙә Надя тип кенә өндәшәбеҙ ҙә ҡуябыҙ тигәндәренә тәүҙә ҡаршылашып маташҡайным да, һуңынан өйрәнеп киткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Шулай ярты быуатҡа яҡын сит исем менән йәшәп, үҙ асылыма, булмышыма, милләтемә, әсәйемдең яратып, иркәләп ҡушҡан исеменә хыянат итеп йәшәгәнем, - ти әңгәмәсем, ауыр кисерештәре менән уртаҡлашып.

Төҫ-фиғелдәре әсәләренә оҡшап, ҡара ҡашлы, ҡуңыр күҙле булып тыуһалар ҙа, сит мөхиттә үҫкән ике улы ла аталары милләтенең лайыҡлы вәкилдәре булып үҫкән. Хат-хәбәр, открытка ебәргәндә лә әсәһенең ысын исемен түгел, ә үрҙә атап кителгән өйрәнелгән исем менән яҙыуҙарына асыуы килһә лә, үҙ бауырҙарына ҡарата әсә ни ҡылһын?

Һирәк-һаяҡ булһа ла ҡайтҡан һайын әсәһе ҡыҙын тыуған яҡҡа ҡайтырға өгөтләгән.

-Дуҫынан айырылған ете йыл илар, иленән айырылған илле йыл илар, тиер ине. Ысынлап та, ни тиклем ғүмер кисерҙем, шул тиклем ауылымды, тубыҡланып йөрөп еләк йыйған яландарымды, ҡылғанлы тау түбәләстәрен, аҡ сабаҡтай сумып, һыу ингән йәмле Нөгөшөмдө иҫләмәгән көнөм юҡ ине. Тормош иптәшем кешелекле, йомшаҡ күңелле ине, әммә ул минең тыуған яғыма булған һағыныу хистәремде, ер-һыуға тартылыуымды ғүмеренең ахырынаса аңлай алманы. “Ҡайҙа йәшәһәң дә барыбер түгелме ни? Иң мөһиме - үҙең, ғаиләң, балаларың имен, етеш тормошта йәшәйһең, нимә теләйһең - бөтәһе лә бар. Бәхет өсөн иң мөһиме ошолар бит!”- тиер ине. Мин уның менән бәхәсләшмәйем, әлбиттә. Яҡындарың, балаларың иҫән-һау, уңышлы булыуы, мул тормош - былар бөтәһе лә минең өсөн бик мөһим ине. Тик тыуған төйәгемә булған көслө һағыш тойғоһо мине барыбер тулыһынса бәхетле итә алманы. Был хис ниндәйҙер дауалап булмаған сир һымаҡ күңелемде биләп алғайны. Береһе артынан икенсеһе тартылған тиҫбе төймәләре һымаҡ, көн артынан көн үтте, айҙар, йылдар үтте. Олоғайған һайын һағыныу тойғоһо нығыраҡ көсәйҙе. Һиңә ҡайҙа йәшәһәң дә барыбер бит, әйҙә Башҡортостанға тип тә ҡараным иремә. Бөтә аңлы ғүмеребеҙ ошонда үтте, ҡартайғас унда кемгә кәрәкбеҙ, тип ҡырт киҫте. Шулай ҙа, мин үлгәс, ҡайтырға уйлаһаң - мин риза, тип фатихалауы миңә ҡанат ҡуйҙы, - ти элекке күршем.

Шулай итеп, ирен ерләгәс тә, оҙаҡ торламай, ысынлап та, тыуған яҡтарына ҡайтып төпләнергә насип була апайға.

-Ғүмер буйы йонсотҡан йөрәк өйәнәге лә ҡул менән һыпырып алғандай юҡ булды, баш ауырыуы ла бөттө. Ә иң мөһиме - һаташып баҫлыуығыуҙарым юғалды, мин хәҙер төшөмдә түгел, ә өнөмдә Нөгөш ярында йөрөйөм, уның саф һыуы менән йыуынам, һауаһын һулайым. Бер туғандарым иҫән булмаһа ла, уларҙың йылыһын, наҙын тоям, - ти ул. - Беҙҙең халыҡ тәбиғәткә бәйле бит ул. Ана шуны белеп тә асылыңа хыянат итәһең икән, һин барыбер күңелеңә тыныслыҡ таба алмаясаҡһың. Үҙеңдең тәбиғәт балаһы икәнлегеңде белмәһәң, тоймаһаң, бәлки, был икенсерәктер. Мин иһә бәләкәйҙән үҙемде тыуған ерем, һыуым, һауам менән бер бөтөн икәнлегемде белем үҫкәйнем. Шуға ла был кисерештәр миндә көслө булғандыр.

Бик оҙаҡ йылдар ситтә йәшәгәс, бында үҙегеҙҙе яңғыҙ тоймайһығыҙмы һуң тигән һорауға ул шулай яуап бирҙе:

-Эйе, бында мине белеүселәр ҙә, мин белгәндәр ҙә аҙ. Иңгә-иң терәшеп эшләгән хеҙмәттәштәр ҙә, ғаилә дуҫтары ла, улдарым да ситтә ҡалды. Әммә аҙан әйтеп ҡушҡан исемемде көн дә ишеткән ерҙә мин үҙемде бер нисек тә яңғыҙ тоймайым...

 

Тыуған ерҙең тартыу көсө
Тыуған ерҙең тартыу көсө
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: