

Әлеге ваҡытта яһалма керпектәр модаға керҙе һәм ауыр хәлгә тарып врачтарға мөрәжәғәт иткәндәр артҡандан-арта. Был осраҡта тулыһынса шәхси гигиена боҙола һәм блефарит диагнозы барлыҡҡа килә. Күҙ ҡабаҡтары шешә, күҙгә күренмәгән микробттар зыян итә. Шулай уҡ яһалма керпектән аллергия алыусылар осрай, күҙҙең мөгөҙсә шекәрәһенә (роговица) елем эләкһә, бөтөнләй ҡурҡыныс, ул яна, таплана, күреү һәләте бөтөнләй насарайырға мөмкин.