Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
16 Август 2022, 05:40

Белемле белеп әйткән

Дуҫлыҡ – күңелдәр араһында йөрөгән илсе, ауыр ваҡыттарҙа бер-береңә ярҙамлашыуға сәбәп булған нәмә, аралағы яҡшы мөнәсәбәт. Әгәр яҡшы мөнәсәбәт ике яҡтың ихласлығы һәм мөхәббәте бер-беренә иш булғанда тыуһа, ул даими була. Ваҡытлы файҙа күреү өсөн генә булһа, алдау була. Ризаитдин Фәхретдин   Рәхәт донъя һәр саҡ имен булһа, Гөрләп торһа эшсән уңғанлыҡ, Кеше йөрәгенә үрелеп үҫһә - Һуғыш түгел – дуҫлыҡ, туғанлыҡ.  Зәйнәб Биишева

Белемле белеп әйткәнБелемле белеп әйткән
Белемле белеп әйткән

Дуҫлыҡты һүҙҙәр анттар менән тотоп тороу мөмкин түгел.Әгәр ҙә бер-береңә ышаныс юғала икән, дуҫлыҡ та юғала. Шуның өсөн бер-бреңде аңлай белеүҙе үҫтерергә, бер-береңде байыҡтырырға кәрәк.  Дуҫың һине үҫтерһен, һин уны үҫтер!

Рәми Ғарипов

 

Ғашиҡ саҡтар үтте. Тик һаман да

Һинең шатлыҡ – минең шатлығым.

Һөйөүебеҙ китте, дуҫлыҡ килде,

Дуҫлыҡ – мөхәббәтең ҡартлығы.

Рауил Бикбаев

Автор:Динара Максютова
Читайте нас