Тауыҡ итенән рулет
Нимә беҙгә уның өсөн кәрәк: тауыҡ түшкәһе, татлы борос,ҡыҙҙырылған бәшмәк – 130 , 6 тырнаҡ һарымһаҡ, 3 аш ҡалағы үҫемлек майы, тоҙ һәм ҡара борос.
- Татлы боросто һалмалап турайбыҙ;
- Тауыҡты һөйәгенән айырабыҙ, сүкеш менән һуҡҡылап йомшартабыҙ, тоҙлап һәм борослап ҡуябыҙ;
- Татлы борос ҡушып ҡыҙҙырылған бәшмәкте ит йәймәһе өҫтөнә һалабыҙ. Өҫтөнә ваҡ туралған һарымһаҡты һибеп сығабыҙ;
- Рулет итеп төрәбеҙ һәм ныҡ итеп бәйләп, духовкала әҙер булғансы бешерәбеҙ;
- Өҫтәлгә бирер алдынан өлөштәргә бүлеп һәм салат япраҡтары, йә укроп менән биҙәйбеҙ.